+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
1 Апрель 2023, 10:30

Бушлай концерт

– Тауышланмағыҙ әле, урын­да­­ғы радио белдереү тапшыра, – тип Хәҙисә апай балаларының тынысланыуын һораны. – Бөгөн, йәғни 1 апрелдә, урындағы ваҡыт менән сәғәт унда мәҙәниәт йортонда йыйылыш була. Унда, яҙҙың бер айға һуңлап килеүе арҡаһында, иген сәсеүгә әҙерләнеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ. Йыйылыштан һуң ҡала артистары бушлай концерт ҡуя. Һеҙҙе көтәбеҙ, – тип ашыҡ­тырҙы диктор.

Бушлай концерт
Бушлай концерт
Белдереү халыҡтың ҡышҡы си­ре – йоҡомһорап йөрөгән са­ғына тура килде. Уны ишетеү ме­нән халыҡ, бар эштәрен таш­лап, биҙәнергә, төҙәнергә тотондо.
Хәҙисә апай мәҙәниәт йорто­ноң тупһаһына баҫҡанда, шығы­рым тулы зал йыйылыштың башланыуын түҙемһеҙләнеп көтә ине. Тик башлыҡтар ғына күренмәй. Ҡайһы берәүҙәр: “Был йыйылыш түгел, ә дикторҙың 1 апрель шаяртыуы”, – тине. Ә Шамил бабай рус телен вата-емерә: “Яҙғы сәсеү – серьезный проблема, ул шаярыуҙы яратмай, хлеб всякому голова”, – тип көтөргә саҡырҙы. Аранан Ғәләүи ағай: “Раз йыйылыш башлыҡтары юҡ икән, дауай беҙгә иң башта концерт күр­һә­тегеҙ”, – тип талап итте. Кеше­ләр: “Концерт! Концерт!” – тип ағайҙың талабын хуплап ҡаршы алды.
Концертты мәктәп уҡыусы­лары башлап ебәрҙе. Кәли ағай ауылдаштарын аяҡҡа баҫтырған, әле концертты алып барған Әнисәгә: “Ә ҡайҙа ҡала артистары?” – тип һорау бирҙе. Һорауға Әнисә: “Беҙ кемдән хуже, әйҙә әле өҙҙөр бейеү көйөн!” – тип Ал­мазға баян тотторҙо. Гармунсы төймәләргә баҫа башлау менән, ҡатын бармаҡтарын шартлатты, бейей башланы: “Айда, веселись народ!” Уға башҡалар ҡушылды.
– Ҡәҙерле ауылдаштарым, һеҙҙе эшегеҙҙән айырғанға ғәфү итегеҙ. Яҙҙың матур көнөндә күңелегеҙҙе асҡым килде. 1 апрель йылға бер тапҡыр ғына була, – тине табандары ҡыҙға­н­сы тыпырҙаған Әнисә һуңынан.
– Рәхмәт һиңә, күңелебеҙ күтәрелеп ҡалды. – Күптәр уның шаяртыуын хупланы. Шунан халыҡ сәхнәгә сығып, йәнә тамаҡтары ҡарлыҡҡансы йырланы, аяҡтары талғансы бейене.
Күңел асыу тамамланғас, бер нисә кеше диктор Әнисәне СМС аша ҡунаҡҡа саҡырған. Ә ул барырғамы, юҡмы, шаяртыу түгелме икән, тип икеләнә, имеш.
 
Фәнүр ХӘБИБУЛЛИН,
концертта ҡатнашыусы.
Автор:
Читайте нас: