+12 °С
Облачно
Туҡтауһыҙ көләм
5 Мая 2023, 11:00

Билмән

Магазинда кассаға сиратта торам. Минең алда – дүрт-биш йәшлек малай менән атай. Алған нәмәләре буйҙаҡтарса: һыу, шоколад, билмән.Кассир:– Был билмән ҡиммәт, беләһегеҙме?Атай:– Шунан?

БилмәнБилмән
Билмән

Кассир:
– Мин иҫкәртәм генә, уның ҡиммәт икәнен барыһы ла белмәй. Шунан кире ҡайтаралар, сиратты тотҡарлайҙар.
– Юҡ-юҡ, беҙ ундайҙарҙан түгел. Беҙҙең аҡса һәр саҡ етә. Һанағыҙ. – Атай кеҫәһенән меңлек сығарҙы.
Кассир:
– Бер мең дә өс йөҙ һум.
Тынлыҡ. Атай йылмайҙы, күрәһең, уңайһыҙ хәлгә ҡалыуын аңлағандыр.
– Кире ҡайтарырға мөмкинме?

И. РӨСТӘМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас