+15 °С
Облачно
Туҡтауһыҙ көләм
11 Июня 2023, 06:00

Мәҙәктәр

Ейәнкәйем, “Ашығыс ярҙам” саҡыра тора, фатирға түләү килде, хәҙер ҡарайым.***Әле лә хәтеремдә: мәктәпкә йөрөгәндә бер фантастик хикәйә уҡыным. Унда алыҫ киләсәк һүрәтләнгәйне: ризыҡ химиянан яһала, тәме буйынса ысындан айырылмай. “Эй-й, уға тиклем йәшәп булмаҫ инде”, – тип ҡайғырҙым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшәнем.

МәҙәктәрМәҙәктәр
Мәҙәктәр

Ит комбинаты директоры һаҡ начальнигын саҡыра:
– Урамдан теләһә кем инеп беҙҙең колбасаны урламаһын өсөн келәтте һаҡлауҙы көсәйтегеҙ.
– Көсәйттек инде. Ә бына проходнойҙа һаҡ юҡ, ҡуйырға кәрәк ине.
– Кәрәкмәй. Эшселәребеҙ беҙҙең колбасаның нәмәнән яһалғанын белә, шуға урламаясаҡтар.
***
Ике депутат һөйләшә.
– Бына һин миңә әйт әле: йәйәүлеләр – юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылармы?
– Әлбиттә.
– Улай булғас, ниңә транспорт һалымы түләмәйҙәр?
– Саҡ ҡына көт, беҙҙең фракция бының өҫтөндә эшләй инде.
***
Тотороҡло килемгә эйә булыу өсөн йә дәүләткә эшләргә кәрәк, йә дәүләткә ҡаршы эшләргә кәрәк.
***
Бесәй гномды осрата.
– Һин кем? – тип һорай.
– Мин – гном. Кешеләргә этлек ҡылам, әйберҙәрен йыртам, төндә аҡырам, йоҡлатмайым. Ә һин?
Бесәй уйға бата.
– Улайһа, мин дә гном.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас