+12 °С
Облачно
Туҡтауһыҙ көләм
11 Июня 2023, 10:00

"Переспали"

Совет осоронда була был хәл. Унынсы класты тамамлап, ауылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтының физкультура факультетына ике егет уҡырға инә.

"Переспали""Переспали"
"Переспали"

Шулай бер көндө төнөн дәрестәрен әҙерләп оҙағыраҡ ултырғандар, күрәһең. Иртән уҡыуға һуңға ҡалып килгәндәр. Инде лекция башланған була. Береһе ҡыйыуыраҡ булып, ишекте шаҡып, асып ебәргән. Лекция уҡып торған ғалимгә:
- Извините, мы переспали, - тигән.
...ауыл малайы "проспали" тип әйтер урынға инде...

"Толпар" журналы, 3-2022. 

 

Автор:
Читайте нас