«Бар, Зиннәтулла ҡустым, йылға аръяғындағы урыҫтан һөт һорап кил», – тип, араларындағы бер ағайға тимер күнәк биргән. Ә Зиннәт ағай «дай» «надо» тигәндән башҡа урыҫа бер һүҙ белмәгән. Барып еткән был теге урыҫ янына. Барып еткән дә, ни әйтергә белмәй, аптырап ҡалған. Шунан, бер таяҡ алып, күнәк төбөнә һуға-һуға, урыҫты түңәрәтеп йөрөй башлаған. Күнәккә һуҡҡан һайын: «Дың-дың нады, гөбөр-гөбөр нады, дүрт имсәк нады», – тип һамаҡлай икән. Шунан, ике бармағын маңлайына ҡуйып: «Мөк-мөк нады», – тип әйткән дә күнәкте урыҫ алдына ҡуйған. Тәүҙә урыҫ: «Был ниндәй әҙәм, әллә алйығанмы икән?», – тип, аптырап торған. Күнәкте алдына ҡуйғас ҡына аңлап ҡалған. Шулай итеп, һөт һорап алып ҡайтҡан, ти, Зиннәт ағай.
– Һай-й, уңған да инде, Зииннәт ҡусты! Урыҫса белгәс ни, урыҫтан һөт алған, – тип ҡаршылаған Әхмәт ағай.
– Ә кәкже! – тигән булды, ти, Зиннәт.