+10 °С
Ясно
Туҡтауһыҙ көләм
5 Августа 2023, 07:30

Мәҙәктәр – мәрәкәләр

Ейәнсәр өләсәһенән һорай:– Өләсәй, Ленинград блокадаһы ваҡытында икмәк булмаған, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?– Дөрөҫ, ейәнсәркәйем, дөрөҫ.– Нимә, майҙы колбасаға яҡтығыҙмы ни?***

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәҙәктәр – мәрәкәләрМәҙәктәр – мәрәкәләр
Мәҙәктәр – мәрәкәләр
– Шәфҡәт туташы, термометр алығыҙ ҙа 2-се палатаға инеп ҡарағыҙ әле, минең шариклы ручка ауырыуҙарҙың ҡайһыһының ҡултыҡ аҫтында икән?
***
Отличник – һәйбәт табип, ә “өслө”гә уҡығаны баш табип була.
***
Бөгөн табипҡа сиратта торғанда ике әбейҙең һөйләшеүенә ҡолаҡ һалдым:
– Сирләнеңме әллә?
– Юҡ, күңелһеҙ, ҡаралырға килдем әле.
– Ә-ә-ә, минең дә өйҙә ултырғым килмәне.
***
Сығарып ташларға әҙерләп ҡуйылған иҫке-моҫҡо тултырылған йәшниктәге әйберҙәрҙе ҡарама, юҡһа, бер нәмә лә ташлай алмаҫһың.
***
Күршеләрең төнгө 3-кә ҡәҙәр музыка аҡыртһа, сәғәт 4-тә шылтыратып, уларға музыканың бик ныҡ оҡшауы тураһында әйт.
***
Ике ир осраша.
– Ә бына мин казино асам.
– Китсәле?!
– Асам, ябам, асам, ябам – унда швейцар булып эшләйем.
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас