Бер аҙҙан ҡарға теге төймәгә тағы баҫҡан. Стюардесса тағы килгән:
– Нимә кәрәк, әфәнде?
– Бер нәмә лә.
– Ниңә саҡырҙығыҙ һуң?
– Былай ғына.
Стюардессаның асыуы килгән, шулай ҙа өндәшмәгән.
Юл дауам иткән, хәҙер инде төлкө теге төймәгә баҫырға булып киткән. Баҫҡан. Стюардесса килгән.
– Ниңә саҡырҙың, әфәнде?
– Былай ғына. Ҡыҙыҡ булған өсөн.
Стюардесса бик ныҡ асыуланған да салонды бушата торған төймәгә баҫҡан.
Ҡарға менән төлкө осоп төшөп киткән. Төшөп барышлай ҡарға төлкөнән һораған:
– Ниңә баҫтың инде төймәгә?
– Һиңә генәме ни, мин дә баҫып ҡарарға булдым, – тигән төлкө.
– Эх, һин, оса белмәгәс, ниңә баҫаһың ул төймәгә? – тигән, ти, ҡарға.