+9 °С
Облачно
Туҡтауһыҙ көләм
22 Августа 2023, 11:00

Эшләпәгә ҡарап

Өйләнгән кисте үк, ғәйрәтен күрһәтеп, кәләшен киҫәтеп ҡуйыуҙы кәрәк тапҡан кейәү: - Әгәр, мин өйгә ҡайтып, тупһанан үткәндә эшләпәмде танау өҫтөнә үк төшөрөп кейгәнемде күрһәң, ҡара уны, бәләһенән баш-аяҡ, миңә ҡаршы уны-быны өндәшмә. Минең кәйеф юҡ, ызначитса. Карахтерымды беләһең...

Добавить в предпочтительные источники Google
Эшләпәгә ҡарапЭшләпәгә ҡарап
Эшләпәгә ҡарап

Ә инде эшләпәм артҡа ҡаратыбыраҡ – ҡырын кейелгән булһа, барыһы ла шәп тигән һүҙ: рәхәтләнеп һөйләш, тыҡылдауыңды бел, йәме! Бер ҙә нитмәм үҙеңә...

Ҡатын да саялар затынан булған, күрәһең. Күҙенән утлы осҡондар сәсрәтеп, хәләленең өҫтөнә осоп-ҡунып:

- Инде мине тыңла, ҡартыҡайым! Сусҡа урынына эсеп ҡайта торған ғәҙәтең булһа, матри, малай, ишектән инеүгә, ошо уҡлау менән башыңдағы ҡыйыҡлап кейгән эшләпәңде-нейеңде турайтып, тигеҙләп кенә ҡуйырмын. Килештекме?

Фото: dzen.ru

Автор:
Читайте нас