+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
7 Октябрь 2023, 11:00

Былар түгел инде

Бер ваҡыт үтә лә хәүефле рецидивист Халиков юғалды. Билдәләнергә йөрөмәй. Күҙәтеү аҫтынан белә күрә ҡастымы, әллә берәй хәл булдымы? Инеп белеп сығыу мотлаҡ. Участковыйҙар бер инделәр – өйҙә юҡ. Икенсеһендә күршеләренән белешергә булғайнылар, бәхетһеҙлеккә күрә, улары ла өйҙә тормай шикелле. Ҡала бит, ни эшләйһең, тиҙ генә аңлап та булмай.

Былар түгел инде
Былар түгел инде

Шулай ҙа төймәгә баҫа торғас, бер фатирҙың ишек артында бер оло ғына йәштәрҙәге әбейҙең тауышы ишетелде.
– Кем?
– Участковыйҙар!
– Ниндәй участковыйҙар? Дауаханананмы? Мин табип саҡырманым!
– Юҡ! Беҙ полицияныҡы!
– Ышанмайым! Һеҙ милицияға оҡшамағанһығыҙ!
– Бына документым, ҡарағыҙ!
Әммә әбейең ишек асырға уйламай ҙа:
– Бәлки һеҙ енәйәтселәрҙер!
– Хөрмәтлем! Беҙ һеҙҙең күршегеҙ хаҡында ғына бер аҙ һорау ғына бирергә теләк ине!
Әбейең ишекте хатта сылбырға ысҡындырырға ла ҡурҡа.
– Ниндәй күрше?
– Егерме алтынсынан, Халиков тураһында!
– Егерме алты? Беләһем дә килмәй! Был ваҡытта уға милиция йөрөмәй! Һеҙ шул уның әшнәләрелер! Китегеҙ! Хәҙер милиция саҡыртам!
– Саҡырығыҙ! Беҙгә һеҙҙән аңлатма ғына яҙып алырға ине. Ул күренгәне бармы фатирында?
– Саҡырмайым! Халиковты күргәнем юҡ. Хәҙер һәр берегеҙ бынау күҙсеккә килеп ҡарағыҙ! Шунан әйтермен! Нисәүһегеҙ?
– Беҙ икәү генә, әбекәй!
– Юҡ, егеттәр! Һеҙгә ышанмайым! Бандитҡа оҡшағанһығыҙ!

Участковыйҙар бер аҙ ишек артында тапаным торҙолар ҙа, ҡулдарын һелтәп ары киттеләр.

Икенсе көн полицияның өлкән участка уполномоченные Балапанов телефон шылтырауын ишетеп, трубканы күтәрҙе.
– Янғынсылар проспекты алтмыш бер кәсер дүрт егерме бишенсе фатир. Юлбаҫарҙар һөжүме. Тиҙ генә ос шунда.

“Ҡайҙа ишеткәйнем мин был адресты, һәм нимәнелер хәтерләтә миңә был йорт”, – тип башын ватты барып етә-еткәнсе Балапанов. Кисәге көндө ишек аша ғына һөйләшкән әбейҙең фатирына барып ингәс кенә иҫенә төштө тәртип һаҡсыһының ҡайҙа килеп эләккәнен. Был ваҡытта ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсенең башындағы яраһын бәйләй ине.

– Газ хеҙмәте участкаһынан, тип әйткәс индергәйнем иманһыҙҙарҙы. Кем белгән инде. Бигерәк үҙҙәре матур инеләр йөҙҙәре. Ул һөйләшеүҙәре үҙҙәренең итәғәтле шул тиклем, – тип һөйләнде әбей һәм Балапановҡа бармағы менән төртөп – былар түгел инде! – тип өҫтәп ҡуйҙы.

Рушан ҒӘЛИМОВ.

Фото: stylishbag.ru

Автор:
Читайте нас: