+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
13 Октябрь 2023, 14:00

Кем мендәрҙе төшөргән?

(Мәҙәк хәл) Әпәт беҙҙең урам мәҙәге... Етмешенсе йылдар аҙағы. Егет менән ҡыҙ китеп бара икән клубҡа урам буйлап, кис көнө. Октябрь айы , һыуыта башлаған саҡ.

Кем мендәрҙе төшөргән?
Кем мендәрҙе төшөргән?

 Түбән оста иптәштәре, ике егет көтөргә тейеш, ауыл осонда (клуб күрше ауылда).
Беҙҙең ҡайһы бер Аллағыуат ҡыҙҙары бик отчаянныйҙар ине, урыҫ әйтмешләй, оторви да брось. Атта ла һыбай сабалар, маҙаһына тейһәләр егеттәрҙе лә сикәләп китергә күп һорап тормайҙар ине. Баҡсаға төшөү, кешегә этлек эшләү (ҡапҡаһын алыштырыу, киптерергә эленгән керҙәрен куршеһе урамына элеп китеүме) ул яҡтан да маһир булды ул ҡыҙҙар...
Был осраҡта ла, егет ҡуйынына һыйынып ҡына барған ҡыҙҙың күҙенә бер йорттоң тәҙрәһенә тығып ҡуйылған мендәр салына бит, күрәһең, балалар ватҡан, ә быяла дефицит ул саҡта. Хужалар ятҡан, күрәһең, ут юҡ.
Егетенә:
- Шуны төртөп төшөрмәһәң - һин -ҡурҡаҡ, миңә яҡын да килмә!- тип тегене этлеккә ҡоторта ти. Егет нишләп ҡурҡаҡ булһын инде, бер һикереүҙә баҡсала, эскә мендәрҙе төртә лә, һә тигәнсе кире сығып та етә, ҡасалар. Дүрт-биш өйҙө үткәс тыҡрыҡ тәңгәлендә туҡтап тын алабыҙ тиһәләр - ике ап-аҡ аяҡ йүгерә былар артынан, һәм аҡ таяҡ ларҫ та лорҫ, өҫкө яғы күренмәй. Ҡыҙ ҡурҡып ҡалтырай башлағанда, егеттең башы эшләп өлгөрә-ҡармап ҡосаҡлай ҙа ҡыҙын үбә башлай.
Шул моментта Мәзит абзый (мендәрле өйҙөң хужаһы) килеп етә.
- Ошонда әле генә икәү йүгереп үтте, күрмәнегеҙме ҡайһы яҡҡа ҡастылар?
- Түбән яҡҡа икәү ҡасты шул, танып та өлгөрмәнек, Мәзит абзый!
Абзый түбән яҡҡа йүгерә, егет менән ҡыҙ пырх пырх шым ғына көлөшөп, яйлап, шул уҡ түбән яҡҡа юллана.
Бер йөҙ метрлап үтһәләр, абзый ҡәнәғәт сырай менән ҡайтып килә икән:
- Кәрәген бирҙем тегеләрҙең таяҡ менән, ишеу шәпме абзый тип торалар, оялмайынса, әлдә күргәнһегеҙ! - тип рәхмәт әйтә ти.
Был пар ауыл осона барып етһә, теге ике иптәш ни иларға ни көлөргә белмәйенсә торалар икән. Был мөхәббәтле пар арттарын ҡыҫҡандар инде, әтеү уларға эләгә бит. 

 Иншар АСҠАРОВ.

Фото: ВКонтакте

Автор:
Читайте нас: