+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
19 Декабрь 2023, 15:00

“Не лунатик”

Был хәл Совет осоро йылдарында бер ауылда була. Әрмегә барыу ваҡыты еткән улын әсә кеше бер ҙә генә ебәргеһе килмәй икән. Теләген тормошҡа ашырыу ниәте менән ауылдағы хәрби етәксегә барып: - Минең улым төндә һаташа, әрмегә бармай ул,- ти.

“Не лунатик”
“Не лунатик”
Ҡағыҙға быны нисегерәк итеп килештереп теркәргә белмәгән етәксе “Лунатик” тип яҙып ҡуя. Күңеле булып ҡайтып ингән әсә улына ҡағыҙын тоттора. Ләкин, әрмегә бармау хурлыҡ һыналған заманда, “Тиҙҙән һалдат булам” тип дәртләнеп йөрөгән егеткә, әлбиттә, был оҡшамай. Кәйефе ҡырылып, ҡағыҙҙы ҡулына тотоп, үҙе китә хәрби етәксегә. Икәүләшеп ни эшләргә белмәй аптырашып ултыра биргәс, етәксенең башына бер уй килә:
-Әйҙә, ҡустым, лунатиктың алдына “не” һүҙен ҡуяйыҡ та вәссәләм,- ти ҡыуанысынан.
Шулай эшләйҙәр ҙә. Егет һалдатҡа алына. Әммә, хыялланғанса элита ғәскәренә түгел... Һау көйөнә төҙөлөш ғәскәрҙәрендә генә хеҙмәт итеү бәхете эләгә уға.
Ҡайһы берҙә ата-әсәнең үтә ныҡ ҡурсыуы балаһының хыялын селпәрәмә килтереүе лә ихтимал шул...
 
Фото: https://ataisal.com/articles/yal-minuttary/2019-11-18/ne-lunatik-72026
Автор:
Читайте нас: