“Хөрмәтлеләрҙән-хөрмәтле Ҡыш бабай! Хатты бик иртә яҙғаным өсөн ғәфү ит. Кисә Әмир ағай менән “үбештем”. Миңә, зинһар өсөн, һул фар, ә уға артҡы бампер бүләк ит. Шакир”.
***
“Һаумы, Ҡыш бабай! Былтыр һин ебәргән Ҡытай шапылдатҡыстары миңә бик ныҡ оҡшаны. Яңы йылға миңә ике бармаҡ һәм күҙ бүләк ит. Марат”.
***
“Ҡыш бабай! Күрше ауылда йәшәүсе Хәлимде ҡотларға барғанда минең уға үлеп ғашиҡ булыуым хаҡында ҡолағына төшөр әле. Түлке башҡалар ишетмәһен. Үҙем әйтергә оялам. Хәлиҙә”.
***
“Ҡәҙерле Ҡыш бабай... Мин үҙемде йыл буйы әҙәпле тоттом... Һм... Йыл буйы тип әйтерлек... Һм... Ҡайһы бер ҙә генә... Һм... Йә, ярай! Кәрәк әйберҙәрҙе үҙем һатып алырмын әле! Самат”.