+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
13 Ғинуар , 13:00

Сей ҡаҙы

Беҙҙең «Айыҡ ауыл – 2021» конкурсында ҡатнашҡанды Африкала ла белгәндәрҙер ул... Бер шулай йыйынып, Баймаҡ районының Аҡморон ауылында урынлашҡан ҡарттар йортона киттек. Ололарҙы ҡыуандырып, концерт ҡуйып ҡайтырға иҫәп.Иҫке Яңы йыл байрамын бик матур итеп үткәрҙек. Бешеренеп барҙыҡ, өҫтәл әҙерләнек, күстәнәстәр, бүләктәр тараттыҡ. Бейенек, уйнаныҡ, йырланыҡ. Ололар сабый кеүек ҡыуанып, рәхмәт әйтеп, тағы килегеҙ, тип саҡырып, күҙ йәштәре менән оҙатып тороп ҡалды.

Сей ҡаҙы
Сей ҡаҙы

Беҙ концерт ҡуйып йөрөп асыҡтыҡ, өшөнөк, юлда туҡтап, үҙебеҙ менән алған ризыҡтан табын йәйҙек. Автобус эсе гөж килеп тора. Бер ағайыбыҙ ҡаҙы бешереп алған. Йыуан, итле генә. Уны матур итеп телә башланылар. Ауыҙҙан һыу ағыҙып, беҙ инде икмәк тотоп алып, ҡаҙы ашарға әҙерләнеп ултырабыҙ.
Ҡаҙыны өләшеп сыҡтылар, беҙ «мәскәйебеҙ ҡойолоп» ах та ох киләбеҙ. Йәнәһе, ҡалай шәп ҡаҙы! Асыҡтырған, килеп-килеп икмәккә ҡушып тороп оҙатылды баяғыны.
Бөтәһе лә ҡаҙы ашау менән мәшғүл. Мин аңлап етеңкерәмәнем. Эй сәйнәйем, эй сәйнәйем, ҡаҙынан алда икмәк әллә ҡасан ебеп төшөп китте, был бирешерлек түгел.
Ауыҙҙан кире сығарып ултырып булмай, алан-йолан ҡарандым да, ултырғыс араһына туңҡая биреп, баяғыны ҡалайтҡанда ла йоторға булдым, арыуыраҡ тын алғайным ҡоғорлай буйлап «ғоңҡ» итеп төшөп китте. Эстән генә «һе-е-е» тинем дә, башҡаларҙы күҙәтәм.
Артта ултырған еңгәм дә өндәшмәй-нитмәй генә «еппәргән» шикелле, күҙе түп-түңәрәк булып аптырап ултыра.
Уртала баҫып торған апай ҡашын төйөп алып, ситырайып китеп ҡаҙыны тартҡылай. Тартҡылай торғас, аптырап, пассажирҙарға әйләнеп ҡараны ла:
– Был ҡаҙы сей түгелме ул? – тип һораны.
Мин ҡаҙыны әллә ҡасан уҡ тәғәйен еренә оҙатһам да:
–  Әллә мин ашаманым әле, – тинем. Ауыҙы иҫ белмәй икән, мәскәй, тип уйлап ҡуймаһындар тип уңайһыҙландым инде. 
Башҡалар ҙа:
– Эйе шул, сей түгелме ул, бешмәгән дә инде, – тип сыуылдаша башланы.
Ҡаҙының хужаһы аптырап китте:
– Бешерҙемсе....
– Юҡсы, бешмәгән!
– Бешмәгән шул...
Өндәшмәй генә сей ҡаҙыны йолҡҡолап маташҡан һәр кем терелеп киткәндәй булды:
– Ыы, бешмәгән...
Баҡтиһәң, ағайыбыҙ ҡаҙыны бешереүен бешергән ул, туңдырам тип морозильникка тыҡҡан да ҡабаланып йыйынып йөрөп, янында ятҡан бешмәгән ҡаҙыны һалып алған.
Беҙ концерт ҡуйғансы ҡаҙы имшегән, шуға матур итеп теленгән. Хәлдең айышына төшөнгәс, илағансы көлдөк.

Зөлфирә ТАҺИРОВА.

https://ye102.ru/articles/litra/2023-10-30/auyl-m-kt-re-ilen-r-him-itege-1205937?ysclid=lr8umcs2bm173722777

Автор:
Читайте нас: