+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
14 Ғинуар , 12:00

«Әтәсе больницала»

Тәлғәт ағай иртәнсәк фермаға килһә, бер малсыһы эшкә сыҡмаған икән. Был зыҡ ҡубып туҙынып, асыуланып йөрөй.– Ҡайҙа булды был Әғзәм? Хәҙер үк миңә уны табып килтер! – тип икенсе малсыға бойора. Ә тегеһе:– Әтәсен больницаға алып китте, – ти икән.

«Әтәсе больницала»
«Әтәсе больницала»

– Ул ниндәй больница? Ул ниндәй әтәс? Уттай эш ваҡытында әтәс йөрөтөр саҡмы ни, һуйып ашап ҡына ҡуймай! – тип туҙына хужа.
Был мал ҡараусыһы татар кешеһе, имеш, ул аптырап ҡала – нисек аңлатырға? 
– Ул атасы, әтейсен алып китте бит больницаға, – ти аҡланып.
– Күптән шулай тиҙәр уны. Башты ҡатырып, әтәсе, тип тораһың, – тип шелтәләп ризалашҡан хужа. 
Берәйһе бахмурҙан йә башҡа сәбәп менән эшкә сыҡмай ҡалһа, хәҙер былай тиҙәр: «Әтәсең ауырымағандыр, ич».

Неүәйрә СМАКОВА.

https://ye102.ru/articles/litra/2023-10-30/auyl-m-kt-re-ilen-r-him-itege-1205937?ysclid=lr8umcs2bm173722777

Автор:
Читайте нас: