+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
18 Ғинуар , 14:00

«Уволнять будем...»

Руссаһы һайыраҡ булыуы арҡаһында бер егет төрлө ҡыҙыҡ хәлгә тарый. Бер саҡ кадрҙар бүлеге етәксеһенең ҡотон алыуы былай булған.

«Уволнять будем...»
«Уволнять будем...»

Урман хужалығы саҡ тын алған осор. Эш хаҡы ла йүнләп түләнмәй. Был кемдәндер эштән китергә ғариза яҙҙыртып алған да контораға йүнәлгән. Русса белмәгәс, етәксе эргәһенә инергә лә ояла икән. Конторала кадрҙар бүлеге етәксеһе өҫтәле бухгалтерҙар менән бер бүлмәлә урынлашҡанмы икән, ҡыҫҡаһы, яңғыҙы ғына булмаған. Был егет бер нисә тапҡыр ишекте аса ла яба, аса ла яба, үҙе йылмайған була икән. Һуңғы сиктә ишекте аса биргән дә, ишек ярығынан ғаризаһын ялбыратып:

– Увольнять будим, уволнять будииим, – тип һуҙа икән...

Кадрҙар бүлеге етәксеһе лә, бухгалтер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа аптырап ҡалған. Был әллә берәй ергә ялыу яҙып, улар өсөн ҡурҡыныс яуап килгәнме, тип хатта бер аҙ шөрләгәндәр ҙә. Әле ауылда берәйһе эшенән китергә йыйынһа:

– Увольнять будешь, да? – тип көлөп  алалар...

Ринат ШӘЙБӘКОВ.

Автор:
Читайте нас: