Кисә сүп түгергә сыҡҡайным. Сүп һауыты алыҫта, ә урамда быҫҡаҡлап ямғыр яуа, һыуыҡ ел. Сүбебмде ишек төбөнә генә генә бушаттым да ҡарап торам: йә, Хоҙай, ниндәй хәлгә төшөрҙөләр бит илде был демократтар!
***
Бер әҙәм ҡыҙыл майҙанда ҡаҙ етәкләп бара. Теге ҡош майҙанға кәкәй итеп ҡуя. Шунда уҡ полиция йүгереп килә лә:
- Һеҙҙең ҡаҙығыҙ майҙанды бысратты, штраф түләргә тура килер!
- Харап икән, ана бит күгәрсендәр көтөүе менән йөрөй, улар майҙанды бысратмаймы?
- Улар бит тыныслыҡ символы.
- Башымды киҫергә бирәм, минең ҡаҙ ҙа һуғыш булыуын теләмәй.
***
Ҡатын иренең эш урынына килә: иренең өҫтәлендә ҡатындың фотоһүрәттәре.
- Иий, ҡәҙерлем һин шулай эшеңдә лә мине һағынып, фотоларымды ҡарап ултыраһыңмы?
- Эйе, һөйөклөм! Ауыр мәлдә һинең һүрәтеңә ҡараһам еңел булып китә, сөнки һинең менән сағыштырғанда бөтә булған проблемалар ҙа уйын ғына кеүек тойола!
***
Ҡолаҡ эсенә генә ҡуйып һөйләшкән телефон уйлап табалар. Күҙлек рәүешендә ҡарай торған телевизор. Инде заманса унитаз уйлап сығарыу өҫтөндә эш бара.
***
Бер иҫерек ир өйөнә ҡайтып инә лә ишек төбөнән үк ҡысҡыра башлай:
- Эй. Мин ҡайттым. Ишетәһеңме?
Бер кем дә яуап бирмәй. Иҫерек әҙәм кухняға инеп ултырғыстарҙы ауҙара, һауыт-һабаны бәреп төшөрә.
- Эй, мин ҡайттым, тим бит!
Йәнә тынлыҡ. Ир залға үтә, телевизорҙы ауҙарып, аяҡ кейемдәре менән карауатҡа менәп ята ла:
- Их, бер үҙең йәшәүгә етәме һуң?