Һыуҙан ҡайтып ингән әсәйемә улы (ағайым):
— Әсәй, олатай бал да эсмәне, йомортҡа ла ашаманы, — ти.
— Ай, дуңғыҙ, әйтмә, тигәйнем дә инде, — тип көлгән була олатай.
“Мин дә...”
Ағайым — етенсе класс уҡыусыһы. Ул кис һайын клубҡа сығып китә. “Беҙ Яңы йылға спектакль өйрәнәбеҙ”, — ти. Шулай бер айҙай йөрөй ул.
Иң тәүҙә спектаклде күрше ауылдарҙа күрһәтергә уйлайҙар, ағайым да улар менән, әлбиттә. Шулай оҫтарғас, үҙҙәрендә ҡуйырға булалар.
Атайым-әсәйем, апайҙарым, клубҡа иң беренселәрҙән булып барып, тәүге рәткә ултыра. Спектакль башлана. Ҡыҙҙар-малайҙар бик килештереп уйнай, ә ағайым күренмәй ҙә күренмәй. Тик иң һуңынан күмәк сәхнәлә генә ул бер һүҙ әйтә: “Мин дә...”
Тамаҡ төбөнә китте
Ағайыма — ете йәш. Дүрт һәм биш йәшлек һеңлеләре бар. Әсәйем уларға берәр кәнфит бирә. Ағайым кәнфитен йота ла ебәрә: “Ай, кәнфитемде ашай алманым, тамаҡ төбөнә китте лә барҙы”, — тип илай яҙып ҡысҡыра ул, тәмләп-тәмләп кәнфит һурған һеңлеләренә ҡарап.
Ике һуҡҡандар
Ағайым өсөнсө класта уҡып йөрөй. Бер көндө ул мәктәптән илап ҡайтып инә:
— Ни булды? — тип һорай өйҙәгеләр.
— Уҡытыусы ағай миңә “ике” һуҡты, ә Йәмилгә, йүнләп һөйләмәһә лә, “дүрт” һуҡты, — тип һамаҡлап-һамаҡлап илай ул.
Эштең ниҙә икәнен тиҙ генә төшөнөп алған атаһы, мут йылмайып:
— Ана, Йәмилгә дүрт һуҡһа ла өндәшмәй, ә һин ике һуҡҡанға ла илап тораһың, — ти.
Атаһының “аңламағанына” йәне көйгән малай мыжыуынан шып туҡтай ҙа тышҡа сығып китә.