+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
2 Февраль , 16:00

“Мин генә һаңғыраумы тиһәм”

Элегерәк бесән мәлендә булды был хәл. Кисен көтөүҙән алда өлкәндәрҙе өйгә ҡайтарып ебәрҙек тә, беҙ, йәштәр, бер аҙ эшләйек тип, урманда тороп ҡалдыҡ. Эңер төшә башлағас, йәйәүләп ҡайтырға сыҡтыҡ. Бер аҙ барғас, ауылдаш бабай аты менән ҡыуып етеп, арбаһына ултыртып алды. 

“Мин генә һаңғыраумы тиһәм”
“Мин генә һаңғыраумы тиһәм”

Ат тигеҙ юрта, арба тәгәрмәстәренең тауышына һөйләшкән тауышыбыҙ асыҡ ишетелеп етмәй. Бер аҙҙан олатай, миңә боролоп, «...р (тәүге һүҙе аңлашылманы) ни хәлдә?» – тип һораны. Атайымды һораша икән тип, бик яҡшы, бая үҙҙәрен машинаға ултыртып, ауылға ҡайтарып ебәрҙек, тип яуапланым. Бабай ниңәлер аптырап ҡалды, ләкин бер нәмә лә өндәшмәне. Артабан беҙҙең арала шундай диалог китте:
– Урманға үҙегеҙ менән бергә алып йөрөйһөгөҙмө ни үҙҙәрен?
– А кәк же, унһыҙ бесән эше бармай, ҡалмай ҙа ул өйҙә.
– Бына һиңә! Шуны ҡарап, бер юлы бесән эшләп тә өлгөрәһегеҙме ни?
– Ә ниңә ҡарарға, ти. Салғыһын да, тырмаһын да тотоп, беҙҙән алда бесән эшенә үҙе үк етешә. Олоғайған тиерлеге юҡ әле уның. Етмәһә, һаман руль тотоп маташа.
– ...
Ауылға еткәс, бабай атын туҡтатып, беҙҙе төшөрҙө. Унан йәнә миңә боролоп:
– Мин генә һаңғыраумы тиһәм, һин минән дә яман һаңғырауыраҡ икәнһең, улым! – тимәһенме.
– ???
– Мин бит һинән Мөхтәр түгел, ә «Ҡорттар ни хәлдә?» тип һорашҡайным.
Бына шунда ғына аңлап ҡалдым олатайҙың ниңә юл буйы минең яуаптарға ғәжәпләнеп килгәнен. Ул үҙе, ғүмере буйы оҫта умартасы булып, бал ҡорто тотто. Бер саҡ беҙгә ҡорт күсе бүләк иткәйне. Шуларҙың хәлен һорашыуы булған икән, баҡтиһәң. Олатай күптән мәрхүм, әммә уның менән булған ошо әңгәмә ғүмерлеккә хәтеремә уйылып ҡалды. 

И. САФИУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас: