Эште бик һәйбәт башҡараһығыҙ, һеҙгә өҫтәргә кәрәк булыр…
– Эш хаҡынмы?
– Юҡ, эш күләмен.
– Һуң, күләмде арттырғас, эштең сифаты түбәнәйә бит.
– Улайһа, премиянан мәхрүм итәбеҙ.
***
Йәмғиәт беҙҙә өс өлөшкә бүленә: берәүҙәр ришүәт ала, икенселәре бирә, ә ҡалғандарының ни бирер аҡсаһы юҡ, ни үҙҙәренә бер кем бирмәй.
***
Бик тиҙҙән магазиндарҙа тәбиғи аҙыҡ-түлектән тоҙ ғына тороп ҡалыр, моғайын.
***
– Улым, балиғ булдың инде, бына һиңә военкоматтан повестка, ауыҙыңдан имеҙлегеңде сығар!
***
Әрме – һәр кемдең ирекле эше: теләһәң – бараһың, теләмәһәң – алып китәләр.