+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙҙар...

Зөлфирә ТАҺИРОВАнан йәнә бер мәҙәк хәтирә. Бала саҡтан айға, йондоҙҙарға ҡарарға яраттым. Бытырлашып торған йондоҙҙарға сәғәтләп ҡарап тора аламдыр. Шулай тип уйлай торғайным инде. Хәҙер йондоҙҙар тулы күк йөҙө күрһәм, көлкөм килеп ала ла китәЯңыраҡ кейәүгә сыҡҡанмын. Уралиә ҡыҙым, Арыҫлан улым бар ине инде. Шулай бер төндә тышҡа сыҡтым. Йәйге кис, йылы.. Күккә ҡарағанмын да торам да торам. Атылған йондоҙҙарҙы һанайыммы, торам инде шунда.Бер саҡ ҡайным (мәрхүм) килеп сыҡты.—О, килен, нимә күреп ҡалдың унда?

Йондоҙҙар...
Йондоҙҙар...
—Йондоҙҙар ҡарап торам...
—Йондоҙ ҡарарға яратаһыңмы?
—Эйе,- тигән булдым. Хисләнеп тора бирәм һаман.
—Уны ней өйҙә ятып та ҡарап була, ыҙалап тышта торғансы...
—Ыста, нисек инде...
—Бар, инә тор, хәҙер өйрәтәм!
Мин ҡыҙыҡһынып йүгереп инеп киттем. Любопытная Варвара. Оҙаҡ көттөрмәй ҡайным килеп инде. Мин көтөп ултырам. Инә һалып бейемгә һөйләнем, бейем аптырап китте, ыста, минең дә күргем килә, тип. Икәүләп сабырһыҙланып көтөп ултырабыҙ.
—Икегеҙ ҙә иҙәнгә ятығыҙ,- тей ҡайным.
Беҙ йәһәтләп иҙәнгә уңайлап ятып алдыҡ. Ыңғайы бер өҫтөбөҙгә ике куртка ташланы.
—Мә, ошоно битегеҙгә ябып ятығыҙ!
—Нишләп,- тип аптырашып тороп киләбеҙ.
— Торорға ярамай, ятығыҙ!
Йәһәт кенә кире ятабыҙ.
—Битегеҙгә ябығыҙ кейемде, яҡлыла йондоҙ күреп буламы, ике һыу мейе!
—Эээ, эйе шул, яҡлыла ҡалайтып йондоҙ күренһен, һыу мейе инде, һыу мейе- тип беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ әрләп, хатта булып баяғы куртканы бөркәнеп ята һалдыҡ.
—Әҙерһегеҙме?
—Эйе!
Бер заман ҡайным беҙҙең эргәгә килде, беҙ күрмәйбеҙ, аяҡ тауышын тыңлап, ята бирәбеҙ. Беҙҙең эргәлә ике бала ултыра, беҙҙән һуң йондоҙ ҡарарға сират көтөп.

—Тик кенә ятығыҙ, әтеү күренмәй ҡуйыр!
Тын да алмай көтөп ятабыҙ.
Бер заман теге куртканың еңен ҡайным өҫкә күтәрҙе, ең тишегенән генә бите күренеп тора.
—Мин күренәмме?- тей
—Эйе, эйе, яҡшы күренәһең! Хор мн ҡыуанып яуап бирәбеҙ.
Бер ваҡыыыыыыт..... Ең буйынан шабырлап һыу ҡойолоп китте... Ҡайным бер сүмес һыу алып килеп баяғы ең эсенә ҡойҙо ла ебәрҙе... Беҙ сәсәй-сәсәй тороп ултырҙыҡ.
—Йондоҙ күрендеме?- тип һаһылдата көлөп сыҡты ла китте.
Баҡ тиһәң, йондоҙ күрһәтеү шулай була икән. Лыс һыу булып, ике һыу мейе тороп ултырҙыҡ, күрмәгәнде күргәндәй булып. Боронғо кешеләр ҡаты шаяра торғайны, әммә үпкәләшмәнеләр. Хәҙер булһа әллә нимәгә алып барып еткерерҙәр ине...

Мин дә үпкәләмәнем. Үпкәләп ҡайҙа барайым инде.
 
Фото: З.Таһированың төркөмөнән.
 
 
 
Йондоҙҙар...
Йондоҙҙар...
Автор:
Читайте нас: