-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
1 Апрель , 10:00

Рентген

Рентген кабинеты янында ике ирҙең ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшеүенә шаһит булдым. Береһе:– Рентгендың файҙанан зыяны күберәк, ул кешенең ДНК ептәрен сейәлтә. Был прибор кеше һаулығына ифрат аяуһыҙ. Ауырымаһаң, уға яҡын барырға ла кәрәкмәй. Әгәр сырхаулаһаң, ана, халыҡ табиптарына бара алаһың, – тине лә ҡәнәғәт төҫтә арҡаһын турайтты.

Рентген
Рентген

Уның әңгәмәсеһе, моғайын, медицина өлкәһенә яҡыныраҡ йөрөгән кешелер, фекерен, минең ҡарамаҡҡа, бик урынлы һәм дәлилле итеп әйтеп һалды:
– Был аппарат нурҙарының һаулыҡҡа зыяны аҙ, ә яман ауырыу барлыҡҡа килә ҡалһа, уны үҙ ваҡытында табырға һәм дауаларға ярҙам итә...
Шул саҡ мөйөштәрәк ултырған оло йәштәге ҡарт көрһөндө лә телгә килде:
– Уландар, юҡҡа даулашаһығыҙ. Иң зыянлы рентген аппараты минең әбей ул – пинжәгеңдең эске кеҫәһендә күпме аҡсаң барын да, газ асҡысы һорап ингән күршеңдең ҡуйынында бер ярты ҡасып ятҡанын да белә лә ҡуя. Тотоп алып, һелкеп һала, башҡа ҡундырырға ла күп һорамай. Так што, һеҙҙең ул приборығыҙ зыянһыҙ ул!

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: