-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
18 Апрель , 08:00

ЛИФТЁР

Һауала осоп барған самолёттың нимәһелер боҙола. Түбәнләй башлай. Лётчиктар тегеләй итеп ҡарай, былай итеп ҡарай, әммә бер ни ҙә сығара алмай. Шыбыр тиргә баталар. Шул саҡ яндарына бер пассажир ир килә лә:– Кабинанан сығып тороғоҙ, үҙем йүнәтәм! – ти.

ЛИФТЁР
ЛИФТЁР
Ризалашалар, бәлки, йүнәтер, барыбер башҡа сара юҡ. Тегеләрҙең кабинанан сығыуы була, ир йоҙроҡлаптырып приборҙар панеленә бәрә, самолёт шундуҡ түбәнләүен туҡтата. Ашыҡмай ғына тағы берҙе ҡундыра панелгә. Самолёт бер ни булмағандай, осоуын дауам итә, төшәһе урынға барып еткәс, ергә имен-аман төшөп ултыра.
Пассажирҙар шашына-шашына сәпәкәй итә.
Ирҙе бүләкләгәндә һорайҙар:
– Һеҙ экстрасенсмы әллә?
– Һеҙ нимә, мин лифтёр…

И. ШАМИЛОВ.
 
Автор:
Читайте нас: