– Йә инде, нишләп улай расхутланып йөрөйһөгөҙ, – тигән булһа ла, тегенең йөҙө яҡтырып, ауыҙы йәйелеп китте. – А. де Фюссини Бордери, – тип ижекләп уҡып сыҡты. – Франция, XIX быуат. Бындай эсемлекте хәҙер үк тәмләп ҡарарға кәрәк. – Тиҙ генә кәрәкле төймәгә баҫып, бер кемде лә керетмәҫкә ҡушты, шкафтан ике бокал сығарҙы.
– Беләһегеҙме, – тине ҡатын шатланып, – был коньяк һаҡланған мискәләр Башҡортостан имәненән эшләнгән, тип әйтәләр. Тимәк, беҙҙең өсөн хәләл эсемлек ул!
Ике бокалдың төбөнә генә һалып, сәкәштереп алдылар.
– Һеҙҙең гүзәллек хөрмәтенә! – Яйлап ҡына бокалды әйләндергеләп ҡараны, ипләп кенә еҫкәп алды, күҙҙәрен йомоп, ләззәтләнеп бер уртлап ҡуйҙы. – Сәй?
– Сәй кеүек еңел бара инде ул – француз коньягы, – тип хупланы уның һәр хәрәкәтен тын да алмай күҙәтеп ултырған ҡатын.
– Юҡ, был, ысынлап та, сәй, ә коньяк түгел. – Хөрмәт Мөхтәровичтың сырайын һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел ине. Әйтерһең дә, Ҡыш бабайға хат яҙып, ышанып яңы телефон көтөп йөрөгән балаға ватыҡ Ҡытай уйынсығы эләкте.
Ҡатын коньягын тәмләп ҡараны ла, ҡып-ҡыҙыл булды.
– Ғәфү итегеҙ, беҙгә был коньякты бүләк иткәйнеләр. Мин шунда уҡ һеҙҙе уйланым. Кире алырға яраймы? Ҡайһылай оят...
Коридорға сығыу менән ҡатын телефонына йәбеште:
– Коньякты ҡайҙан алғайның? – Ғәҙәттәгесә һүҙ ҡуйыртып тормай, үгеҙҙе мөгөҙөнән алды.
– Ниндәй коньяк? Минең коньяк алғаным юҡ, бүләк итәләр, – иренең эшләгән ере шундайыраҡ шул.
– Француз коньягы, мең евролыҡ!
– Ә-ә-ә, уны Рәшит биргәйне, ҡыҙыҡ булып бөттө ул, хәҙер һөйләйем...
– Ҡыҙығың үҙеңдә торһон! – телефонын кеҫәһенә тыҡты ла, сығып йүгерҙе.
Рәшиттең кабинетында әллә нисә кеше ултырһа ла, йән-фарман килеп кергән, күҙҙәре ут сәсеп торған ҡатынды күреп, барыһы ла тиҙ арала юҡ булды.
– Таныйһыңмы? – Өҫтәлгә шаҡ итеп шешә менеп ултырҙы.
– Төҫмөрләйем. – Һүҙҙең ҡайһы яҡҡа йүнәлерен белмәгән Рәшит һаҡ ҡына яуап бирҙе. – Мин Азамат ағайға бүләк иткәйнем, шикелле.
– Оялмайынса, сәй бүләк иттеңме ағайыңа?
Өҫтөнә ташланырға еткән ҡатындан ҡасып, Рәшит өҫтәлдең икенсе яғына сыҡты, әммә күңелле ҡиәфәттә ҡалды.
– Ә-ә-ә, шулаймы ни, еңгә? Ул коньяк миңә лә сәй килеш кенә килеп эләкте. Кеше бит бындай затлы әйберҙе эсмәй, бүләккә генә тотона. Һеҙ эсеп ҡарар тип кем уйлаған.
– Ниңә үҙең эстең улай булғас? Сәй икәнен ҡайҙан белдең?
– Мин тәмләп кенә ҡарайым тигәйнем. Урынына әрмән коньягы өҫтәнем, әтеү еҫе лә юҡ ине.
– Хәҙер яуап бир, һиңә ҡайҙан килеп эләкте был сәй?
– Полковник Андреев бүләк итте. – Еңгәһенең телефон сығарғанын күреп, ағарынып китте. – Һин нәмә, шылтыратырға итәһеңме, мине оятҡа ҡалдыраһың бит.
– Оятҡа мин генә ҡалырға тейешме? – Рәшит ыҡ-мыҡ иткәнсе, полковник трубканы алырға ла өлгөрҙө.
– Һаумыһығыҙ, Луиза Әнүәровна, һеҙҙе ишетеүемә бик шатмын. – Әммә шатлығы оҙаҡҡа һуҙылманы.
– Рәшит әйтә, һеҙ биргән коньяк сәй булып сыҡты ти, нисек була инде ул...
Рәшит, үрһәләнеп, телефонды тартып алды.
– Иптәш полковник, һеҙҙе бер кем дә ғәйепләргә йыйынмай. Скорей всего, ул һеҙгә лә сәй булып килеп кергәндер. Беҙ шул сәй сығанағын эҙләйбеҙ.
– Сәй сығанағын... – Кемгәлер ҡысҡырҙы. – Валя, хәтерләйһеңме француз коньягын?
– А как же. Ул коньяк түгел, бурда ине. Беҙ Света менән эсеп ҡараныҡ та, аптырағас, сәй өҫтәп, урынына ҡуйғайныҡ. Аҙаҡ әллә ҡайҙа булды ул...
– Аңлашыла. Тыныслан, Рәшит, осона сығырбыҙ.
Азамат эштән күңелле генә ҡайтып инде, портфелендә тағы бер коньяк бар. Залда ҡатыны, өҫтәлдә француз коньягы, яртылаш тулы бокал.
– Ниндәй байрам, ниндәй туй, – ҡатынын әп итеп алды, тик ул ҡымшанманы ла. – Әйткәндәй, һин был коньякты эсеп ҡуйма, уға нимә генә ҡушылмаған.
Ҡатыны һикереп торҙо.
– Һин... Һин белә инеңме?
– Белмәй ни. Бая шуны һөйләй башлағайным бит, һин телефоныңды ташланың. Ул коньякты миңә былтыр Рәмил бүләк иткәйне, мин эсеп ҡарағайным, һыу ҡушылған булған. Шунан мин уға сәй өҫтәнем дә, Уралға бүләк иттем. Ә яңыраҡ шул уҡ шешәне миңә Рәшит бүләк итте. Тик унда коньяктың әҫәре лә ҡалмаған. Ҡыҙыҡ бит, эй... Ул аҙаҡҡы һүҙҙәрен әйтеп өлгөрмәне.
...Иҫенә килгәс, Азамат, ғәйебен
юйыр өсөн ҡатынына шәшке тун алып бирергә вәғәҙә итеп кенә иҙәндән торорға рөхсәт алды.
Вәкил ШӘРӘФЕТДИНОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.