-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәҙәк хәлдәр

Ир эшенән еппәртә һуғып ҡайтып инә лә, ҡатынын ҡулынан етәкләп, һөйрәкләп тигәндәй, йоҡо бүлмәһенә индереп карауатҡа ауҙара... Ҡатыны шаҡ ҡатҡан! 20 йыл тороп та бындай хәлдең булғаны юҡ!..

Мәҙәк хәлдәр
Мәҙәк хәлдәр

Артабан ире ҡатынының өҫтөнә юрған ябып ебәрә! Ике-өс секундтан юрған аҫтына үҙе лә килеп инә лә:
- Ҡара! Дисплейы яна торған сәғәт һатып алдым! - ти.

***
Ике рядовой полиция хеҙмәткәре адрес буйынса барғандар ҙа, аҙ-маҙ хәлде асыҡлағас начальниктарына шылтыраталар, ти.
- Нимә булған унда һеҙҙең?! - тип екерә начальник.
- Үлтерергә маташыу. Ир, 38 йәштә, әле генә йыуылған иҙәнгә баҫҡаны өсөн бисәһе алты тапҡыр таба менән башына һуҡҡан... Ашығыс ярҙам хеҙмәте ирҙе дауаханаға алып китте әле генә...
- Бисәһен ҡулға алдығыҙмы?
- Юҡ әле, иҙән кипкәнен көтәбеҙ!

***
Фатирға саң һурҙырғыстар рекламалаусы килеп ингән дә, ишек эргәһендә үк иҙәнгә үҙе менән тотоп ингән сүп-сарҙы туҙратып ебәргән:
- Әгәр саң һурҙырғысым тап-таҙа итеп һурҙырмаһа, ашап бөтөрәсәкмен!
Хужа ҡатын аш-һыу бүлмәһе яғына атлағанын күреп, сос егет:
- Ханым! Ханыыыым, ҡайҙа киттегеҙ? - тип һорай. )))
- Ҡайҙа-ҡайҙа, аш ҡалағы алып киләм! Кисәнән алып өйҙә ут юҡ!..

***
Ике әбей әхирәттәренә ҡунаҡҡа барған, ти. Уныһының хәтере насар икән. Шуға ул, онотмаҫ өсөн, аш-һыу бүлмәһенең ишек башына "сәй эсергә" тип яҙып ҡуйған. Әхирәттәренә бер тапҡыр сәй эсергәс, яҙыуҙы күреп тағы ла эсерә икән. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланған. Әхирәттәре сәй эсеп, ҡайтырға сыҡҡан. Беренсеһе икенсеһенән:
- Әнисә ни эшләп беҙгә сәй эсермәне икән ул?!
- Атағатаҡ! Беҙ Әнисәлә булдыҡмы ул?

***
Бер ир бала табыу йортона килә. Уның янына шәфҡәт туташы төшә.
– Ҡотлайым! Һеҙҙең малай! 4200 ...
Теге ир янсығынан 4200 һум сығарып:
– Ҡарале, 4200 генә! Зәрә ҡиммәт тә түгел!

***

Профессор аудиторияға һорау "ырғыта":
- Кемегеҙ әйтә: Салауат Юлаевтан да батырыраҡ, Зәки Вәлидиҙән дә зирәгерәк, Мөжәүир хәҙрәттән дә ғәҙелерәк, Аҡмулланан да намыҫлыраҡ, Байыҡ сәсәндән дә үткерерәк – ул кем?
Арттағы рәттән, башҡаларҙан олораҡ күренгән бер ир тауышы:
- Минең бисәнең беренсе ирелер ул!!!

***

Самолетта депутат Шәкирыв, беренсе класс уҡыусыһы Сабир һәм Рәфҡәт мулла осоп баралар, ти. Бына бер ваҡыт самолеттың ике двигателен дә янғын солғап ала, дөрһөлдәп яна башлай. Ә бортта парашют икәү генә.
Депутат, алға сығып халыҡты барлай ҙа, телмәр тота:
- Мин - депутат! Халыҡ ҡоло! Ишеү ҙә мин иң аҡыллыһы. Мин халҡыма кәрәк! - ти ҙә, парашютты тиҙ генә кейә һалып һикерә.
Мулла, сабыйға ҡарай ҙа:
- Йә, улан. Мин инде тормошто күргән кешемен. Ә һин әле йәшһең, йәшәйһе лә йәшәйһе! Парашютты эләктер ҙә, бар, тиҙерәк һикер! - ти.
- Икәүләп һикерәбеҙ, мулла бабай. Парашют бит икәү! Иң аҡыллы кеше минең портфелде тағып һикерҙе бит! 

***

- Улым, ниңә математичка менән физруктың үбешкәнен барыһына ла һөйләп бөттөң?
- Һуң, математичка үҙе һораны ла инде...
- Нисек инде үҙе һораны?!
- Дәрестә ултыра инек, миңә: "Зәкир, ниңә көлөп ултыраһың унда. Әйҙә, бөтәһенә лә һөйлә, беҙ ҙә көләйек!" тине.

***

10 сентябр. Һайлау часткыһына оло ғона йәштәге бабай килеп инә.
- Минең әбей һайланымы ул?
- Әбейегеҙҙең исеме кем була, бабай?
- Мөхөпямал Аллаяр ҡыҙы.
- Эйе. Иртәнге 9.00 тигәндә үк һайлап сыҡҡан...
- Бергә йәшәмәйһегеҙме әллә бабай, әбейегеҙ менән ?
- Йәшәнек, ҡыҙым, йәшәнек... Тик ун биш йыл элек ул гүр эйәһе булып ҡалды. Шуға ҡарамаҫтан йыл да һайлауҙарҙа ҡатнаша, осрата алмайым да ҡуям!..

***

Бер башҡорт адвокатҡа килгән дә, кәңәш һорай:
- Күршемдең миңә 30000 һум бирәсәге бар. Ҡайтарырға уйламай. Нисектер суд аша булһа ла хәл итеп булырмы икән?..
- Була, тик бының өсөн ҡулығыҙҙа бурысы барлығын иҫбатлаусы яҙма документтың булыуы мөһим. Бармы?
- Уйй... Юҡ шул! Былай ғына тотторғайным ҡулына.
- Улайһа күршеңә ватсаптан "Алып торған 70 мең һумды ҡайтар!" тип хәбәр яҙ.
- 70 түгел дә инде, 30 мең һум...
- Күршең дә һиңә тап шулайтып яуап ҡайтарасаҡ, ә һинең ҡулыңда - иҫбат! 

Автор:
Читайте нас: