-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"СВОЯ ПОЛЯ"

(Булған хәл) Башҡортостандың матур тәби­ғәтле бер төбәгендә була был хәл. Яҙғы сәсеү эштәре ҡыҙған осор, ауылда кеше картуф ултырта торған мәл. Хужалыҡ етәксеһе, техника етеш­мәгәс, көн-төн ҡырҙан-ҡырға саба, эште ойоштора, белгестәрен, трактор­ҙар ауыл буйлап картуфлыҡтарҙы һөрөүгә төшмәй торһон, сәсеү бөткәс, техника бирербеҙ, тип иҫкәртеп йөрөй икән.

"СВОЯ ПОЛЯ"
"СВОЯ ПОЛЯ"

Бер тракторсы ДТ-75-ендә бер баҫыуҙы һөрөп бөтөрөп, икенсеһенә китеп бара икән. Ҡаршыһына “Нива”­һында етәксе килеп сыға ла:
– Ҡайҙа китеп бараһың, ҡустым? – тип һорай.
– Своя поляға барам, – ти механизатор.
– Бирермен мин һиңә свое поле, – тип ҡыҙып китеп әрләргә тотона етәксе, – былай ҙа техника етмәй, ә һин үҙеңдең картуф­лы­ғыңды һөрөргә китеп бараһыңмы әле?!
Ай-вайына ҡарамай, тракторҙы МТМ-ға ултырттыра был. Трак­торсының ауыҙынан спиртлы эсемлек еҫе лә килгән була.
Яңы ғына килеп, эш башлаған йәш хужалыҡ етәксеһе, хужалыҡ менән күрше өлкә сигендәге был баҫыуҙың халыҡта Своя поля тип йөрөтөлөүен белмәгән.
Совет осоронда бер йыл баҫыуҙы былар эшкәрткән, икенсе йылы – ырымбурҙар. Русса насар һупалаған башҡорттар, баҫыуға Своя поля тип атама биргән, бүтән берәүгә лә бирмәгән. Үҙҙәре генә сәсә башлаған.

Азамат ХИСМӘТУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас: