-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
1 Август , 09:30

Үәт, әй!

20 йәшен тултырған Мансур күрше ауыл ҡыҙы Әсмәбикәне кәләш итеп ала. Туйҙан һуң, йәшәй башлағас, был икәү сәй эсеп ултыра.- Бисәкәй, әйҙә ошолай итәбеҙ. Ҡартайып, пенсияға сыҡҡансы бер-беребеҙгә кем нисә тапҡыр хыянат итә - шунса дөгө бөртөгө йыйып барабыҙ.

Үәт. әй!
Үәт. әй!

Икеһе лә быға бер һүҙһеҙ риза була.
Йылдар үтә, ҡартая был икәү. Бер көн, йыйған дөгө бөртөктәрен сығарып ҡарарға булалар. Беренсе булып бабай сығарған, һауыттың төбөндәге дөгө бер килоға тарта яҙған. Ә әбей сығарһа - уныҡы бер устай ғына икән.
- Атаҡ-атаҡ! Ҡалай һинеке әҙ генә ул! - ти бабай ҡыуанып.
- 90-сы йылдарҙа һин эштән ҡыуылып аҡсаһыҙ ултырғанда, балаларға ашатырға бер ни ҙә булмағас, ике 3 литрлыҡ банкыла йыйылған дөгөнән былау бешергәйнем, - ти икән әбей...

Автор:
Читайте нас: