-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
15 Август , 08:00

Хужа Насретдин тураһында мәҙәк

Ай дауамында Рамаҙан ураҙаһын тотҡан мосолмандарға мулла намаҙ уҡығандан һуң өгөт-нәсихәттәр һөйләр була. Телмәрендә ул дини ҡанундарҙы, мосолмандарҙың бурысы тураһында тәфсирләп һөйләй. Тауышында һиҙелерлек тулҡынланыу ҙа сағылып ҡала.

Хужа Насретдин тураһында мәҙәк
Хужа Насретдин тураһында мәҙәк

Шул саҡ көн дә бер үк урында илай-илай нәсихәт тыңлаған әҙәм мулланың иғтибарын йәлеп итә. Мулла башта эстән генә: «Был моғайын да мин һөйләгәндән әҫәрләнеп илайҙыр», - тип уйлап ҡуя. Әммә көн дә ҡабатланғас, ул түҙмәй башлай. Бер көндө ул теге әҙәм янына яҡын килеп:
— Аллаһ һиңә фатихаларын бирһен! Мин һине көн дә ошо урында илай-илай мин һөйләгәндәрҙе тыңлап ултырғаныңды күрәм. Шул уҡ ваҡытта башҡаларҙың улай хисләнгәнен күргәнем юҡ. Дуҫҡайым, һөйләп бир эсеңдәге сереңде. Ни булды?
Иманлы әҙәм былай тиеп яуап биргән:
— Мин бында Аллаһҡа һыйыныр өсөн киләм. Әммә һине тыңлаған саҡта бөтөнләй икенсе нәмә өсөн илайым.
Мулланың күңеле тулышып китә.
— Аллаһ һиңә көс һәм сабырлыҡ бирһен. Ярҙам кәрәкме? - тип һорай ҡуя.
Әҙәмдең тауышы ҡалтырап китә:
— Мин кәзә бәрәсен ҡарап үҫтерҙем. Эй, ныҡ өйрәндем дә инде үҙенә. Тик көтмәгәндә үлеп ҡалды. Бында килгән һайын һине күрәм, бөйөк мулла, күрәм дә кәзәкәйемде иҫкә төшөрәм. Уның да һаҡалы һинеке кеүек матур ғына ине.

Фото: pictures.pibig.info

 

Автор:
Читайте нас: