-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
16 Август , 11:25

Йылмайып-көлөп кенә

Клубта егет ҡыҙҙы:- Һеҙҙе мөмкинме? – тип, бейергә саҡыра.- Мөмкин… Тик башта бейейек, йәме.

Йылмайып-көлөп кенә
Йылмайып-көлөп кенә

***

Бер ир этен һата. Һатып алыусы: – Этегеҙ аҡыллымы? – Бик тә аҡыллы! – Тоғромо хужаһына? – Нисек әле! Бишенсегә һатам инде…

***

 Хат ташыусы почта таратып йөрөй. Бер йорттоң ҡапҡаһында « Һаҡ булығыҙ, эт!» тигән яҙыуҙы уҡый. Эт күренмәгәс, эскә үк үтмәксе була. Ҡапҡанан инеүе була, эт сыйнап ебәрә.

Йорт хужаһы асыуланып:

– Һеҙ нимә, барығыҙ ҙа уҡый белмәйһегеҙме әллә? Бөгөн өсөнсө кеше этемдең өҫтөнә баҫа!

***

Бер сирле табипҡа килә.

- Доктор, зинһар, ярҙам итегеҙ! Бына бер ай инде инде минең төшөмә футбол уйнаған сысҡандар инә.

- Бына һеҙгә дарыу, ҡайтҡас та эсегеҙ һәм барыһы ла үтер.

- Доктор, ике көндән эсһәм яраймы? Иртәгә уларҙың финалы?

***

- Ҡәҙерлем, - ти ире, - әйҙә бесәй алайыҡ.

- Һин нимә, бесәйҙәргә минең аллергия икәнен беләһең дә инде, - тип ҡысҡырып ебәрә ҡатыны.

- Ҡыҙыҡ, - ти ире, - бесәй тиреһенә аллергия, ә бына шәшке тунына юҡ…

***

- Үткән тыуған көнөмдә үҙемә, ай һайын ҡыҙҙарҙы алмаштырып торорға теләр инем, тип теләк теләгәйнем. - Шунан? - Теләгем тормошҡа ашты! Яланғас ҡыҙҙар төшөрөлгән өҫтәл календары бүләк иттеләр.

***

Стенала ике тараҡан китеп бара. Береһе иптәшенең иҙәндә аяҡтарын болғап, тәгәрәп ятыуын күрә лә, икенсеһенән һорай:

 – Брейк данс бейейме ул?

 – Юҡ. Дихлофос…

***

Бер туташ күрәҙәсегә килә:

– Хәтерләйһегеҙме, һеҙ миңә 30 йәшеңә өс балам буласаҡ, – тип, әйткәйнегеҙ.

– Хәтерләгән һымаҡ булам.

– Улайһа, әйтегеҙ әле, зинһар, ә ирем ҡасан буласаҡ?

*** 

Бахмурҙан аҙапланыуы сырайына сыҡҡан бер туташ әхирәтенә:

–  Бөгөн иртәнән бирле ҡоҫам. Араҡы, һыра, шапман шарабы эстек. Билмән ашап ағыуландым, ахыры.

Автор:
Читайте нас: