0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
19 Август , 11:00

Йылмайып-көлөп кенә

Кеҫә телефоны аша һөйләшеү: –Ҡәҙерлем, һин ҡайҙа? – Һунарҙа. – Кем унда һинең яныңда шул тиклем ауыр итеп тын ала? – Кем булһын, айыу.

Йылмайып-көлөп кенә
Йылмайып-көлөп кенә

Ике  ир маҡтана.
– Минең өйҙә бөтә нәмә автоматлаштырылған, - ти береһе.
– Ә минең өйҙә – Японияла етештерелгән робот. Бөтә нәмәне лә эшләй. Хатта мин юҡта түшәктә лә алмаштыра, - ти икенсеһе.
–Ҡайҙан беләһең?
-Кәләш ауырға ҡалды.

***

Магазинда практика үтеүсе егет – өлкән һатыусыға:
– Һеҙ юҡта мин бер пар ботинка һаттым. Тик ул кеше аҡсаһын иртәгә килтерәсәк.
– Шулай итмәй ни, - тип асыулана һатыусы.- Хәҙер ул кеше бер ҡасан да беҙҙең магазинға килмәйәсәк.
– Киләсәк, – ти эре генә практикант, - мин бит уға ботинканың икеһен дә бер аяҡтыҡын бирҙем…

***

– Ҡәҙерлем, тыуған көнөңә нимә бүләк итәйем?
– Ой... Әлләсе... Ҡапыл ғына нимә әйтергә лә белмәйем.
– Улайһа һиңә яҡшылап уйлау өсөн тағы ла бер йыл ваҡыт бирәм.

***
Әгәр фатирығыҙға йылы биреүҙе туҡтатһалар, мөйөшкә баҫығыҙ – унда һәр ваҡыт 90 градус.

***
Нисек кенә тырышып эшләһәң дә, һинән аҙыраҡ эшләп, күберәк аҡса алыусы табыла барыбер.

***

Студент егет дискотекала бейеп йөрөгәндә һушын юйып, йығылып китә.
– Һыу! Һыу килтерегеҙ! – тип ҡысҡыра бер ҡыҙ.
Тиҙ генә һыу алып килеп, стаканды егеттең ауыҙына терәйҙәр. Егет әкрен генә күҙен асып, һыу йота ла:
– Аҙ ғына икмәк тә бирегеҙ әле, – ти.

** *
Ир тәртипһеҙ бесәйенән туйып, уны аҙаштырмаҡсы була. Моҡсайына һалып ала ла, урманға китә. Биш сәғәт тирәһе ваҡыт үткәс, ул ҡатынына шылтырата:
– Бесәй ҡайттымы?
– Ике сәғәт элек үк.
– Телефонға саҡыр әле. Мин аҙаштым...

***

Дәүләт Думаһы яңы закондар ҡабул иткән:
Йөрөтөү таныҡлығы булмайынса руль артына ултырһаң – 2000 һум штраф.
Аҡсаһыҙ руль артына ултырһаң – 4000 һум штраф.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: