-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
3 Октябрь , 10:00

Көлкөхана

«Мин иртәрәк торам»Нәсимә киленебеҙҙең килешмәгән ере юҡ: үҙе һылыу, эшкә бик уңған, ә ҡәйнешем Ринат шулай уҡ егәрле, тик ҡайһы саҡта һалдырмыш булып китә. Бына шул төшөргән сағында күрше бабай килендән:– Нәсимә ҡыҙым, һин был Ринат менән нисек тораһың? – тип һорай икән.– Мин, ҡатын кеше, иртәрәк торам, ә Ринат һуңыраҡ тора, – тип яуап биргән килен. Күрше бабай аптырап тороп ҡалған.

Көлкөхана
Көлкөхана

«Миҙал кемдеке?»

Ялсыҡайҙа ундан ашыу бала тәрбиәләп үҫтергән бер нисә ғаилә бар. Ул әсәйҙәр күптән оло йәштә. ҡайһылары мәрхүмә булған инде. Барыһы ла Герой-әсә исеменә лайыҡ булған. Шуларҙың береһе Герой-әсә исемен алып, миҙал тағып ҡайтып төшкәс, бабайы оҙаҡ ҡына ныҡ итеп ҡарап торған да:
− Никакуй! Бер көн һин тағаһың, икенсе көндө мин тағам миҙалды, − тип ҡуйған, ти, имеш.

«Аша ботоңдо!»

Ике тракторсы, береһе йәш, икенсеһе олораҡ кеше, берәүҙәргә утын килтерә. Хужабикә уларҙы тауыҡ ите бешереп көткән. Икеһенә лә берәр тауыҡ бото һалып, тракторсыларҙы өҫтәл артына ултыртҡан. Йәш кеше ни, аппетиты шәп, үҙ өлөшөн тиҙ үк ашап та ҡуйған, ти. Ә олорағы хужа менән гәп һатып тик ултыра икән. Теге йәшерәге хеҙмәттәшенә:
− Йә, аша ботоңдо! – ти икән. Олоһо, хәҙер, хәҙер, ти ҙә тауыҡ ботона ҡағылмай ҙа. Йәшерәге бер нисә рәт шулай өндәшеп ҡараған, ти. Ахырҙа:
− Әй-й! Ашамаһаң әле! – тигән дә уның өлөшөн үҙе алған да кимергән. Олораҡ ағай, хәбәрен тамамлап, инде тәрилкәгә үрелһә, тауыҡ бото юҡ, ти. Шунан бирле ауылда берәйһенә тауыҡ бото эләкһә, башҡалары: «Аша, аша ботоңдо!” − тип әйтеп ҡуйырға онотмай.

 

https://ye102.ru/articles/litra/2013-03-29/k-lk-ha-ha-hana-527288

Автор:
Читайте нас: