-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
14 Ноябрь , 12:00

Әллә ни ҡиммәт тә түгел икән...

Ире ҡатынына:– Ҡарасы, һөйөклөм, бөгөн ни тиклем балыҡ тоттом!– Алдашма. Күрше Сәкинә һинең ит-балыҡ магазинына ингәнеңде күргән!.. Һөйләп китте инде миңә...– Әәә, эйеее! Бер өлөшөн шул магазин хужаһына һатырға тура килде хатта!..

Әллә ни ҡиммәт тә түгел икән...
Әллә ни ҡиммәт тә түгел икән...
***
Бер ир бала табыу йортона килә. Уның янына шәфҡәт туташы төшә.
– Һеҙҙең малай! 4200 ...
Теге ир янсығынан 4200 һум сығарып:
– Ҡарале һин уны, ә, бик ҡиммәт тә түгел икән!..
***
Балалар өйөндә ауырып ятыусы уҡытыусы апайҙарының хәлен белергә килә. Уҡытыусы карауатта ята, өҫтәлдә - туп-тулы дарыу, маңлайына еүеш таҫтамал һалған. Бер аҙҙан ул күҙҙәрен аса ла:
– Бөгөн кем дежурный!? Сепрәкте генә еүешләп алып килегеҙ әле!
***
Буфет һатыусыһы әзмәүерҙәй официантын әрләй:
– Ҡарале, етте тинем бит! Аңламайһыңмы әллә? Ниңә клиенттарҙы урамға төрткөләп сығараһың ул? Башың менән уйлап ҡара: беҙ бит вагон-ресторанда!
***
– Биш ҡап тәмәке, өс шешә һыра бирегеҙ әле!
– Һиңә 18 тулғанмы һуң?!
– Улайһа, ярар, бер шешә "Шихан" лимонадын бирегеҙ.
– Йә!Йәәәә... Һаааай-һай, был бала-сағаны - дөрф итеп ҡабынырға ғына торалар..
***
Яңы ғына эшкә урынлашҡан полиция хеҙмәткәре тәжрибәле иптәштәре менән тәүге тапҡыр ҡалаға патрулгә сыға. Рация аша, әгәр бер урынға йыйылышып торған сәйер халыҡ күренһә, тиҙ генә уларҙы ҡыуығыҙ, тип бойороҡ бирәләр. Бер урам буйлап китеп барғанда, бик күп кеше йыйылғанын күреп, йәш хеҙмәткәр машинаның тәҙрәһенән эре генә:
– Бөтәгеҙ ҙә тиҙ генә таралышығыҙ, – тип ҡысҡыра. Береһе лә урынынан ҡуҙғалмай. Шунан теге бар көсөнә:
– Мин бит һеҙгә таралышығыҙ, тинем, – тип ҡысҡыра.
Кешеләр, аптырашып, патруль машинаһына ҡарай-ҡарай, яйлап ҡына таралыша. Ә теге милиционер, башын юғарыраҡ күтәреп, өлкәненән:
– Шунан, мин уларҙы нисек? – тип һорай.
– Былай насар түгел, – ти тегеһе. – Әгәр халыҡ йыйылған урындың автобус туҡталышы икәнен иҫәпкә алмағанда.
 
Автор:
Читайте нас: