– Ҡыр ҡаҙы кеүек йорт ҡаҙы йөҙә ала, ҡыр өйрәге йөҙгән кеүек йорт өйрәге лә йөҙә, ә бына һыу тауығы йөҙгән кеүек йорт тауығы йөҙә аламы икән?
– Минең өсөн барыбер – йөҙҙө ни, суҡынды ни. Йомортҡа һалғас, еткән, – тип яуапланы Тимер.’
– Ысынлап та. Йөҙә аламы икән? Ҡыҙыҡ бит, ә? – Ғәлинурҙың күҙҙәре янып китте.
– Йөҙә алмай, – тип өҫтәп ҡуйҙым мин.
– Юҡ, йөҙөргә тейеш. Һыу тауығы йөҙгәс, йорттоҡо ла, знамо, йөҙөргә тейеш, – тип Фәрит бәхәскә сәм өҫтәне.
– Ниңә әле бәхәсләшергә? Әйҙәгеҙ берәй тауыҡты тотайыҡ та йөҙҙөрөп ҡарайыҡ. – Минең тәҡдим барыһын да шым ҡалдырҙы.
– Мин хәҙер, – тинем дә өйгә табан атланым. – Ә һеҙ таҡта менән бау әҙерләгеҙ.
Урамдағы тауыҡтарҙы күпме генә ҡыуалаһам да, тота алмағас, Үлмәҫбикә әбейҙең баҫып ултырған тауығын сырылдатып ояһынан тартып сығарҙым да йүгерҙем Олоярға. Килеп етеү менән тауыҡтың башын ҡанаты аҫтына ҡыҫтырҙым да, әйләндереп-әйләндереп йоҡлатҡас, таҡта өҫтөнә һалып, һыуға ағыҙып ебәрҙем. Таҡталарҙан 30 метр тирәһе алыҫлыҡҡа киткәс, ҡапыл епте тартҡан инем, тауыҡ һыуға төшөп китте. Ҡош ҡытҡылдай-ҡытҡылдай бер нисә тапҡыр талпынды ла бата башланы. Тиҙ генә төшә һалып, һыуҙа күшеккән тауыҡты эләктереп, ярға алып сыҡтым.
– Һыу тауығы йөҙә белһә лә, йорттоҡо йөҙә белмәй, күрҙегеҙме? – тип тауыҡты тотоп, өйгә табан атланым. Үлмәҫбикә әбейҙең урамында йөрөгәнен күреп, тауығын кесерткән араһына ташланым да кире һыу буйына йүгерҙем.
Туйғансы һыу инеп, өйгә ҡайтып барғанда Кәримә, Зәкиә, Гөлсөм әбейҙәр Үлмәҫбикә әбейҙең нимәлер һөйләгәнен тыңлап тора ине.
– Аптыраш, тағы өс көндән себештәре сығырға тейеш ине. Күпме баҫып ултырған тауығым, оя ташлап, әтәс янында йөрөп ята. Үәт йүнһеҙ, бындай хәлде бер ҙә күргәнем түгел, ишеткәнем дә ине, – тип уфтанды әбей.
– Йомортҡалары әрәм була инде, – тип өҫтәне Кәримә әбей.
Зәкиә әбей менән Гөлсөм әбей ҙә аптырап баштарын сайҡаны.
Тапҡандар аптырар нәмә, йорт тауығы ҡыр тауығы менән сағыштырғанда “пүстәк” кенә икән, бына нимәгә аптырарға кәрәк, тип уйланым да өйгә инеп киттем.