-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
4 Июль 2025, 13:20

Махом урынына ҡуйҙы

Ҡәйнәм санаторийға китте. Ҡайнымды көнөнә ике мәртәбә ҡарап торорға ҡушты. Иртәнсәк һәм йоҡлар алдынан. Көн дә! Ни өсөн улай тип һораманыҡ. Тәүҙә ирем менән бара инек шулай. Унан ялҡытты, үҙ мәшәҡәт етерлек бит инде. Ҡәйнәм ҡайтты санаторийҙан 15 көндән. Бер кис звонить итә килегеҙ хәҙер үк тип. Тауышы уҫал сыға. Беҙ киттек ир менән ҡурҡа ҡурҡа. 

Махом урынына ҡуйҙы
Махом урынына ҡуйҙы

Ҡәйнәм ныҡ уҫал. Барҙыҡ, ҡайным ултыра баш баҫып. Ҡәйнәм: "Йә чесно ғына әйтегеҙ, көн дә иртәнсәк һәм төн алдынан килдегеҙме?". Алдап булмай инде, юҡ тейбеҙ. Но көнөнә берҙе килергә тырыштыҡ. Ҡәйнәм китте туҙып. Әйтәм бит, шулайҙыр тип уйланым инде. Спальнялағы әйберҙәр шылып бөткән, кемделер алып килгәнһең, тип ҡайныма бәйләнә башланы. Мин шаҡ ҡаттым. 60-ты уҙғандар, ниндәй сит бисә, уға ҡараған әбей ҙә юҡтыр әле. Ирем өндәшмәй, мин ниҙер әйтергә уйлғайным, мине әрләп ташланы. Яҡлашып торма, ирең йөрөй башлаһа ҡарармын әле нишләрең тей. Мин асыулана башлағайным ирем мине семтей өндәшмә йәнәһе. Ҡайным тыңлап ултырып ялҡты шикелле. Бер өҫтәлгә ныҡ итеп һуҡты ла, "етте! тым!". Балаларҙың ни ҡыһылышы?! Гуләть итергә төн бар, уларҙан мине иртәле-кисле һаҡлаттырыуҙан ниндәй толк?, тип ҡысҡырҙы. Ҡәйнәм шунда уҡ шым булды. Ә мин ҡайныма һоҡландым әле. Өндәшмәс, йыуаш тиһәләр ҙә ана нисек яһил ҡәйнәмде махом урынына ҡуйҙы.

#башдонъя#сер

Автор:
Читайте нас