-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
11 Июль 2025, 09:55

ҺӘЙБӘТ КӘЙЕФ

– Сәсте ҡырҡтырырға мөмкинме? – тип һораным Үҙәк баҙар янындағы парикмахерскийға ингәс.– Мөмкин, тик көтөргә тура киләсәк, – тине ике ҡыҙ бер юлы, миңә күҙ һалғас. Ғәжәпләндем. Алдан уҡ яҙылдым, битлек, бирсәткә кейгәнмен, йүткермәйем.– Оҫта әҙерәк һуңлай, – тине ҡыҙҙар.– Шылтыратығыҙ, белешегеҙ. Минең ҡәтғи талабымды ишеткәс, ҡыҙҙарҙың береһе ҡулына телефонын алды.– Ғәфү итегеҙ, төшкә генә килә, әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе яңынан яҙам.Ләкин минең көтөргә ваҡытым юҡ ине. Башҡа парикмахерский эҙләргә тура килде.

ҺӘЙБӘТ КӘЙЕФ
ҺӘЙБӘТ КӘЙЕФ

Матурлыҡ салонына индем. Күҙем маңлайыма менде! Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәсен ҡырҡтырыу – 600 һум, ир-егеттәрҙеке – 500.

Ә быныһы нимә? Ниндәйҙер япон. Һуңғы ваҡытта беҙҙә бындай парикмахерскийҙар күренә башланы. Инеү менән кәйефем күтәрелде. Сәс ҡырҡтырыу 250 һум ғына. Хужабикә бик мөләйем, битлектә һәм бирсәткәлә эшләй. Кәнәфигә ултырыу менән башыма, бәлки, унда коронавирустыр, тигән уй төштө. Ҡытайҙыҡы түгел, ә япон вирусы.

Ҡайҙа килеп эләктем! Ултырам, үҙ-үҙемде әрләйем. Баш тартырға ла һуң. Тынысланырға тырышам, телевизорға ҡарайым. Унда кем һинең сәсеңде ҡырҡыуы, уның хаҡында бөтә мәғлүмәт бар. Япондар сәс ҡырҡтырырға ярата, тип һөйләйҙәр. Уларҙа хатта ваҡиғалар парикмахерскийҙа барған хикәйәләр ҙә күп икән. Буш ваҡыттарын парикмахерскийҙарҙа, кафеларҙа үткәрәләр, караоке, шопинг менән шөғөлләнәләр.
Йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡыҙ миңә бик матур прическа эшләне, 200 һум ғына аҡса алды. Урынымдан тороп өлгөрөр-өлгөрмәҫтән икенсе клиент көтә ине.
Ә теге ике ҡыҙ сәй эсеп ултыра. Шунан тәмәке тартырға сығалар, телефондан үҙҙәрен ташлаған егеттәрҙе сәйнәйҙәр. “Япондар” иһә гел йылмайып йөрөй. Эштәренән бик ҡәнәғәт ҡалдым. Гел уларға барырға булдым. Парикмахерскийҙарын тағы ла асһындар, ҡаршылығым юҡ. Ҡулланыусыға кем хеҙмәтләндереүе түгел, ә сифат мөһимерәк. Ә “японка” миңә һәйбәт кәйеф бүләк итте, өҫтәүенә, бер генә көнгә түгел.

Л. САЙРАНОВА.

2021.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас