Унан әллә нисә төрлө дарыу сыға. Икенсе кеҫәһен ҡутарып, бөтә байлығын күрһәтеп, араһынан гәзит ситенә яҙылған записканы таба ла, һона һатыусыға. Беҙ, сиратта йыйылып киткәндәр, оло кеше хәлен аңлап, сабырлыҡ менән генә көтөп торабыҙ.
Һатыусы сигарет алып килеп алдына һала. Унда аҡырайтып тороп “Инсульт” тип яҙылған. Быны әбекәй ҙә күреп ҡала ла, һатыусыға ябырыла:
--Ты что, милочка? Зачем мне такое суешь? У меня сосед работает, я ему твой инстульт что ли принесу? Боже упаси!
Тынлыҡ. Берәү бер нәмә өндәшә алмай. Бары йәш һатыусы ғына тотлоға биреп:
--Ну тогда сами выбирайте, — ти ҙә, дүрт-биш ҡапты сығарып теҙә. – Вот тут вот “рак”, тут “инфаркт”, “гангрена”, “недоношенность”, на этом “импотенция”...
--Что это такое? – тип һуңғыһына төртә инәй.
--Ну-у... – ныҡ ҡаушаған ҡыҙ, сираттағыларҙан ярҙам һорағандай, керфектәрен елп-елп иттереп әбей аша ҡарап ала.
--Это когда мужчина теряет мужскую силу, — тип ярҙамға килә арттағы бер ир.
Бабушка саҡ ҡына уйлана бирә лә, тағы ҡайнап китә:
--Не пойдет! Он совсем молодой, только женился. Как же так ему без мужской силы? Иж что придумали!
“Геү” итеп ҡалабыҙ – көләбеҙ!
--Что смешного? – ти әбей, — Не правда что ли?
--Правда-правда, — тип килешәләр барыһы ла.
--Кому в бошку такое взбрело? Зачем так писать то? Кто велел? Путин что ли? Моему старику такое дашь бы, он тебя с лестницы спустил бы, царство ему небесное... Ведь курево для мужика это второй хлеб...
Арыуыҡ ваҡыт һайлап, “пародонтоз” тигән диагнозда туҡталдыҡ. Уныһын да әбекәй һөйләнә-һөйләнә алып китте:
--Как не удобно то, а... Хорошему человеку такое нести... Как не удобно... Окаянные...
Юлда китеп барам, үҙем һаман әлеге хәлде иҫләп көләм. Ну, бабушка, ты сделала мой день!
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
Фото: https://vk.com/club160399987