Ҡарсәйемдең диабеты башланғыс стадияла һәм участка табибы етди ҡараш менән бөтә теләгән ризыҡты ла ашамағыҙ, тип һөйләй байшлағайны, ул уны туҡтатып: “ Ә, ашаһам, нимә булыр?”
– Оҙаҡ йәшәмәйәсәкһеҙ, – тине табип фажиғәле тауыш менән. Ярай, 86 йәшкә еткәс, үлһәң дә ярай, тип инсулин ҡаҙайбыҙ һәм нимә теләйбеҙ, шуны ашайбыҙ.
Ишек алдында ир-егеттәр менән шахмат уйнай һәм еңә! «Күңелле ҡарсыҡтар» хорында йырлай, бер театрҙы ла ҡалдырмай, ҡаланың бөтә бушлай сараларына һәм концерттарына йөрөй. Ә күптән түгел үҙенән 8 йәшкә кесе бер тол “бабай” табып алған. Хәҙер улар бергә теттерә. Үткән ял көндәрендә “егет” “ҡыҙҙы” квадроциклда ултыртып йөрөткән. Унан ҡайтҡас, киске аш ваҡытында өй шарабы эскәндәр ҙә икәүләшеп, телевизор ҡарайбыҙ тип, диванда, балалар һымаҡ, ултырған килеш йоҡлап киткәндәр. Баҡсанан ҡайтып ингәндә, быларҙы шул килеш тап иттек. Шулай итеп, өләсәй – телһеҙ ҡалған әсәйҙе, аптырауҙан күҙе шар булған ейәндәрҙе, был хәлдең тик ҡыҙыҡ яғын ғына күреп шарҡылдап көлгән атайҙы үҙенең яңы дуҫы менән таныштырҙы.
Ныҡ яратам яратам өләсәйемде – энергияһы йәштәрҙекенә ҡарағанда ла ташып тора. Ул тормошто ярата һәм унан ләззәт алып йәшәй белә. Әсәйемдең: “Улай уҡ ҡыланырға ярамаҫ ине..?” тигәненә. Өләсәйем: “Ә күпме һуң ул ғүмер кешегә бирелгән?..”, ти ҙә шулай йәшәүен дауам итә
Алһыу Ғилметдинова.
Фото:https://vk.com/public215622371