ЯҘМЫШ ШАЯРЫУЫ
Кис көнө курсташымды репетициянан һуң (ул бик шәп бейей) университеттан ҡайтып килгәндә әзмәүерҙәй ир туҡтата ла тәмәке, аҡса таптыра. Тәмәке лә (бейеүселәр тартмай), аҡса ла (студентта ҡайҙан булһын?) тапмағас, телефонын тартып ала.
Бур, телефонды ремонт оҫтаханаһына тапшырып, аҡса эшләмәксе була. Яҙмыш шаярыуымылыр, түгелмелер, унда курсташымдың ике туған ағаһы эшләгән була. Ул ҡустыһының телефонын шунда уҡ таный һәм бурҙы тейешле ергә тапшыра. Тегене һигеҙ йылға хөкөм итәләр, сөнки кешеләрҙе талауы беренсе тапҡыр ғына түгел икән.