- Ҡәҙерлем, өҫ-башың туҙып киткән. Әйҙә магазинға барып һиңә яңы ойоҡбаш, яңы күлдәк ҡарайыҡ. Бер ыңғайы миңә тун да алырбыҙ.
***
Төн уртаһында өйөнә ҡайтып ингән ҡыҙ:
– Ааатааай, әгәр мин әхирәтемдең тыуған көнөнөндә булып ҡайттым икән, ниңә һин мине шунда уҡ иҫерек тип күрәһең ул?
– Мин атайың түгел, ә әсәң! Бына, атаң торһон әле!..
- Улым, ниңә математичка менән физруктың үбешкәнен барыһына ла һөйләп бөттөң?
- Һуң, математичка үҙе һораны ла инде...
- Нисек инде үҙе һораны?!
- Дәрестә ултыра инек, миңә: "Закир, ниңә көлөп ултыраһың унда. Әйҙә, бөтәһенә лә һөйлә, беҙ ҙә көләйек!" тине...