Ауырыу табипҡа зарлана:
–Доктор, иртән йүтәл йөҙәтә, тын ала алмайым.
Табип тәмәке ала ла уны бармаҡтары менән йомшарта башлай.
–Һеҙ күп тартаһығыҙҙыр, күрәһең?
Ауырыу, ҡыуанып:
–Эйе-эйе, доктор, күп!
Табип тәмәкеһен тоҡандыра, ләззәтләнеп төтөнөн өргәс, уйсан ғына әйтеп ҡуя:
–Һеҙгә тартыуҙы ташларға кәрәк.
Ауырыу, ғәжәпләнеп:
–Доктор, һеҙ үҙегеҙ тартаһығыҙ ҙа баһа?!
-Эйе, тартам, ләкин табиптарҙы йөҙәтеп йөрөмәйем!
***
Ғаилә фатирға ремонт эшләмәксе була. Ҡатын иренә:
–Аҫтағы күршеләр яңыраҡ ҡына ремонт менән булашты, фатирҙары беҙҙеке кеүек. Нисә рулон обой алдылар икән. Белешеп сыҡ әле.
Ир түбәнге ҡатҡа төшөп күршеһенән һорай:
–Нисә рулон обой алдығыҙ?
–Ун алты.
Ремонттан һуң осрашалар.
–Ҡарале, күрше, беҙҙең фатирҙар бер иш, һин әйткәнсә, беҙ ун алты рулон алдыҡ, алтыһы артыҡ ҡалды.
–Беҙҙең дә алтыһы артып ҡалды...