-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
30 Октябрь 2025, 14:15

Үгел умирайт

  Совет осороноң сәскә атҡан мәлендә, ауылдарҙа колхоз эштәре гөрләп, урындыҡтарҙа самауырҙар шыжлап ултырған дәүер. Ауыл менән ҡала бер-береһенә иң терәшеп, татыу ғына алыш-биреш итеп йәшәй ине ул осор.

Үгел умирайт
Үгел умирайт

  Ауылдан йомортҡа һатырға килгән Нәжибә уңышлы ғына баҙарынан һуң магазиндәр буйлап кәрәк-яраҡ эҙләп сығып китә. Өс аяҡлы ҡуҙ һүндергесте күреү менән шуның янына ашыға. Мәрйә һатыусынан нимә тип һорап алырға белмәй аптыранып тапанып тора торғас:

– Дайте мне, вот это!-тип ҡулы менән төртөп күрһәтә икән.

Һатыусы аңламағас:

– Три ножки. Үгел умирайт,- тип үҙенсә аңлатып һатып ала барыбер.

   Юлын дауам итә.  Метрлап һатылған иҙәнгә түшәй торған дирүгәне күреп ҡала. Әллә ҡасанғы хыялы була буйлап һуғылған төрлө төҫтәге дирүгә. Башҡортса ни, метрҙы ла, килоны ла бер һүҙ менән генә үлсәгеҙ тип кенә әйтәң дә ҡуяһың, руссаһы нисек була инде, тип аптырап тора торғас барыбер таба Нәжибә кәрәкле һүҙҙе:

Вот эта дарушка. Шитири митири налейте!- тип дүрт метр дирүгә лә һатып алып ҡайтып китә.

Рәшиҙә РӘИС.

 

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас