Машинаға запчастар алам тип, Мәҙис, колхоз рәйесен алдап, Өфөгә шылған. Доценттың баҡсаһына һыу һауыты кеүек әйберҙәрен илтеп, «икеле»һен төҙәтеп ҡайтҡан. Яҙ көнө икенсе сессияға килгәс, егетебеҙ ҡабат ауыр хәлдә ҡалған. Доценттың машина хаҡында биргән «өҫтәмә» һорауына Мәҙис: – Мин хәҙер машинала эшләмәйем, зыяратта ҡәбер ҡаҙыусы, – тип яуап ҡайтарғас, уҡытыусы егетте йәлләгән, күрәһең, «өслө» ҡуйып сығарған.
Дилфәр ХӘСӘНОВ.