-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
9 Декабрь 2025, 10:50

"Великолепный век" мажаралары

Зөлфирә Таһирова -Ҡайҙа иттегеҙ? Пультте бирегеҙ, ике эшкинмәгән! Сәсрәтә типһәң дә үс ҡанмаҫ, ике бәшмәк! Ултыралар шымтайып, бөй ҡошап ҡарап! Телвизырҙы алып башығыҙға кейҙерә һуғыр кәрәк , әйҙә йөрөгөҙ, берегеҙ валида, берегеҙ хөрөм булып!

"Великолепный век" мажаралары
"Великолепный век" мажаралары

Элекке постарҙы иҫкә төшөрөп, тигәндәй. Кисә бер апай түбәндәге яҙған посты уҡыған да, һорап яҙған: ҡайным бер теләген әйткәйне, шуны алдыбыҙға алдыҡ, мораҙыбыҙға ирешербеҙ, тип яҙғанһығыҙ, үтәй алдығыҙмы?
Эйе, үтәнек, Аллаһҡа шөкөр. Балалар йортонан бала алып тәрбиәләү ине. Хәйерле булһын Хәмиҙәнең никахы, тигәндәй, сыстырып бала табыр саҡ булһа ла, һаулыҡ яғы ҡушмағас, шундай уртаҡ уйға килгәйнек. Беҙҙең бала саҡ та кеше тупһаһында үтте, шуғалырмы кейәүгә сыҡҡас та, бала йортонан бала алыу теләге булғайны. Мин игеҙәк балалар алғым килә торғайны. Тик ундайҙарҙы ҡалдырып китмәйҙәрҙер инде. Шулай ҙа беҙгә яҙғандары булды, Аллаһҡа шөкөр.
Шул бала алыу буйынса уҡыуға яҙылып, документтар йыя башлағайныҡ, ҡайным китеп барҙы. Кеше, ҡайныһы үлгәс, балалар алды, тиһә лә, бейеменән үҙенең балаларын ҡаратып үҫтереп алды, хәҙер хөкүмәттекен ҡаратырға булды тиһәләр ҙә, бер нимәгә лә ҡарап тормай, уйлағанды эшләнек.
Теге посты һеҙгә лә яңынан ҡуяйым әле, иҫегеҙгә төшөрөп.
Ҡайнымдың үҙенән алда тауышы йөрөнө. Элегерәк беҙ бейем менән сериал ҡарап ултырабыҙ ҙа, ул саҡта "Кармелита" ине, ҡайным эштән ҡайтып, инеп килгәнен ишетһәк, мин тиҙ генә барып әҙер торған һеперткене тотоп алам, йәнәһе иҙән һепереп йөрөйөм, бейем, йоклап ятҡан баланы тырнап ала ла һикертә башлай, йәнәһе ул бала әүрәтә, һис кем эшһеҙ түгел. Йәйелеп кино ҡарап ултырғанды яратманы.

Мин тиҙ һәм йәһәт өҫтәл ултыртам, сәй яһайым, шунан ул:"Ярар, килен, эшең менән бул, сәйҙе үҙем яһап алырмын әле кәрәкһә,"- тей мин, эшлекле кеше, залға сығып китәм. Бер күҙ телевизорҙа, бер күҙ иҙәндә.

Бер нисә йыл элек "Великолепный век" башланып китте. Беҙ, бейем менән, тағы йығылып ятабыҙ шуны ҡарап. Хәҙер уже килен туны туҙа биргәс, һепертке тотмайым, бейемгә лә һикертергә бәләкәс балалар юҡ. Ҡайным да күптән пенсияла.

Сериал ҡарарға бер көн алдан уҡ әҙерлек башлайбыҙ. Йома көнө мунса яғыла, иң тәүгеһенә бер алдына сығып, бер артына төшөп ҡайнымды ебәрәбеҙ, мин көндөҙ үк өй таҙалап сығам,төнгә тиклем кер йыуам да, хәлдән тайып инеп тәгәрәйем. Суббота көнө тәмле итеп тороп бер нимә бешерәбеҙ, ашатабыҙ. Ней булһа ла майлап майлайбыҙ инде. Киске ете булһа "кинотеатрға" китәбеҙ. Уныһы төнгө ун икегә тиклем була ла ҡуя бит әле.

Бейем пультте кеҫәһенә һалып ала. Атыу ситтә ятҡанын күрһә, ҡайным килеп ала ла: "Бөтмәҫ һеҙҙең Хөрөмөгөҙ!"- тип икенсе каналды ҡуйып ҡарап ала ла китә. Беҙ китәбеҙ Гита-зитаның үгәй әсәһе ҡошап ҡаранып, иллә- мәгәр файҙаһыҙ.

Шулай итеп, пульт ышаныслы урында. Миңә сығырға кәрәк булһа, бейем ҡала, бейемгә кәрәк булһа, телевизорҙы мин һаҡлайым. Ҡайным ашарға һораһа, реклама ваҡытында йүгереп барып өҫтәл ултыртып бирәм дә, "йылп" итеп кире барып ҡунаҡлайым.

Шунан, ике сәғәт ҡарағандан һуң, ҡайным ул яҡҡа үтһә лә һөйләнә, был яҡҡа үтһә лә әрләй башлай:
- Ул ниндәй бер бөтмәҫ кина? Дөмөккөр хөрөм. Бисәләрҙе боҙоп бөттө , эшкинмәгән. Бөтәме, юҡмы шул бер Сөләймәнегеҙ? Бөйөрөнә таянып, бер яҡ тубығын бөгә биреп, ҡарап тора ла:"Тфү, ул да булдымы кина. Ғашиҡ булып бөттөгөҙ әллә шул пашаларығыҙға?!"

Беҙ бөтә кәмһетеүҙе ғорур күтәрергә риза, түлкә генә теймәһен кинаға. Бер заман ҡайным пульт эҙләргә тотона.

-Ҡайҙа иттегеҙ? Пультте бирегеҙ, ике эшкинмәгән! Сәсрәтә типһәң дә үс ҡанмаҫ, ике бәшмәк! Ултыралар шымтайып, бөй ҡошап ҡарап! Телвизырҙы алып башығыҙға кейҙерә һуғыр кәрәк , әйҙә йөрөгөҙ, берегеҙ валида, берегеҙ хөрөм булып!

Еңә алмағас, баянға тотона. Ярты сәғәттәй баян шаулата, ҡушылып йырлай. Бейем кеҫә аша ғына телевизорға тауыш өҫтәй. Шулайтып, иллә- Алла менән саҡ ҡарап бөтөп ҡуябыҙ.

...Һау -сәләмәт кешегә таң ата ла кис була. Тормош дауам итә. Яңыраҡ ҡына ҡайным, Рәмис менән мине саҡырып алып, васыят итеп бер теләген әйтте, әле шул теләген алдыбыҙға алдыҡ. Ин шаа Аллаһ, мораҙыбыҙға ирешербеҙ. Аллаһы Тәғәлә насип итһен, ҡайнымдың рухына тап төшөрмәҫбеҙ, исеменән көлмәҫбеҙ. Матур итеп йәшәтергә тырыштыҡ, матур эштәрен дә дауам итергә бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ. Амин.

Фото: citaty.info

Автор:
Читайте нас