-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
12 Декабрь 2025, 14:04

«БӘХИЛ БУЛ, ЙӘШЛЕГЕМ»

Элегерәк ауыл-ҡалаларҙа йәшәгән һәүәҫкәр артистар ныҡ почетта ине, хәтерләйһегеҙҙер әле.   Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнашыусылар, үҙ ҡалаларындағы йәки ауылдарындағы мәҙәниәт йорттарында сығыш яһауҙан тыш, сит райондарға ла концерттар менән сығалар ине. Беҙ, Ишембай ҡалаһының Киров исемендәге мәҙәниәт һарайындағы Шәфи (Шафиҡ) Янбаев етәкселек иткән башҡорт йыр һәм фольклор ансамбле артистары, хатта Ырымбур, Ҡурған өлкәләренә лә гастролдәргә сыҡтыҡ заманында. Өфө, Стәрле, күрше райондар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, күп тапҡырҙар сығыш яһаныҡ.

«БӘХИЛ БУЛ, ЙӘШЛЕГЕМ»
«БӘХИЛ БУЛ, ЙӘШЛЕГЕМ»

Бер шулай, декабрҙең сатлама һыуыҡ көнөндә, Шәфи Ғәббәс улы беҙҙең ирҙәр йыр коллективын Башҡортостан телевидениеһына яҙылырға алып китте. Халыҡ таланттарына республика радиоһы һәм телевидениеһында сығыш яһарға мөмкинселек бирәләр ине ул ваҡытта.

Барыбыҙға ла бер төрлөнән затлы туҡыманан кәстүм дә тектеләр. Кейһәң, сиске лә килмәй, кәүҙәбеҙгә шул тиклем килешле итеп тегелгән. Туфлиҙарҙы һәр кем үҙе алды, тик бер төрлө ҡара төҫтә булырға тейеш, тине Шәфи ағай.

Ансамблдә төрлө һөнәр эйәләре: Мөхәммәт ағай Йосопов менән Рамазан ағай Кинйәбаев икеһе лә врач, Нәзир ағай Вафиев, ике ҡулы ла протез булһа ла, ойоҡбаш фабрикаһында эшләй ине шикелле, мин – ташсы, Радик ағай Мирасов та ойоҡбаш фабрикаһы эшсеһе.

Оло йәштәгеләр иҫләйҙер әле, элегерәк кейеҙ ботинкалар бар ине. Ябай халыҡ уны «бәхил бул, йәшлегем», тип йөрөттө. Радик ағайҙың аяғында шул.

Телевидениеға барғас, бер бүлмәлә сисенеп, шәп концерт кейемдәрен кейеп алдыҡ. Аяҡта ялтырап торған туфлиҙар. Фырт кейәү егеттәре кеүек, ғорур баҫып, студияға инеп киттек. Режиссер пульты артында Фәрит ағай Бикбулатов үҙе! Бик ипле генә аңлатып, ҡабат-ҡабат яҙҙырғансы, байтаҡ ҡына ваҡыт үтте. «Шәп булды, егеттәр, афарин!» – тине ул һуңынан, беҙҙе маҡтап.

Студиянан сығып, ҡәҙимге кейемдәребеҙҙе кейә башлаһаҡ, Радик ағайҙың кейеҙ ботинкаһынан елдәр иҫкән. Һыуға суп итеп төшөп киткән таш кеүек, ғәйеп булған да ҡуйған. Күмәкләп тотондоҡ эҙләргә, табып булмай. Туфли менән генә ҡайтыр ҙа китер ине лә, урамда сатлама һыуыҡ.

Шәфи Ғәббәс улы Фәрит ағайға йүгерҙе. Харап бит, республика телевидениеһы бинаһынан ботинка юғалһын әле. Уның «бәхил бул, йәшлегем» булыуындамы ни хикмәт? Башҡа һыймаҫлыҡ хәл, ҙур ЧП!

Фәрит ағай ҙа хафаға ҡалды. Ул йүгерә, беҙ сабабыҙ. Шулай ығы-зығы килеп йөрөгәндә, бер ҡулына һыулы биҙрә, икенсеһенә осона сепрәк эленгән таяҡ тотҡан оло ғына апай күренде.
Фәрит ағай уны күргәс, һүҙ ҡушты тегеңә: «Фариза апай, бына егеттәрҙең ботинкаһы юғалған, берәйһе алманы микән, һин күрмәнеңме берәй шикле кешене?» ««Прощай, молодость» түгел инеме?» – тине йыйыштырыусы апай, күҙен дә йоммай. Беҙҙең эскә йылы йүгерҙе, бер тауыштан: «Эйе, шул! Тап үҙе!» – тип ҡысҡырып ебәрҙек. «Атаҡ, иҫке генә бер бутый ултыра ине шул, мин уны сығарып, мусор урнаһына ырғыттым да ҡуйҙымсы,» – тине Фариза апай, ни көлөргә, ни иларға белмәй.
«Сүп-сар машинаһы килмәнеме әле, Фариза апай, бар әле йүгер, алып китеп бармаһындар!» – Фәрит ағай йыйыштырыусы апайҙы ҡабаландырҙы.

Бер ваҡыт беҙ инде хушлашып бөткән «бәхил бул, йәшлегем» ботинкаһаһын тотоп, Фариза апай күренде. «Мусорҙы тейәй башлағайнылар инде, саҡ өлгөрөп ҡалдым,» – тип һөйләнә ине үҙе, бер ҙур батырлыҡ эшләгән кеше кеүек.

Беҙгә етә ҡалды инде, Ишембайға ҡайтып еткәнсе көлөргә сәбәп булды.

Сығанаҡ: https://vk.com/id201919463?from=search

Фото: le-kole.ru

Автор:
Читайте нас