Танһыҡбикә исемле килене тары бутҡаһы бешергәс, ҡайныһы, уны-быны уйлап тормай, «танһыҡҡа тары бутҡаһы ла ярай инде ул» тип, халыҡ әйтемен ҡулланып, ихлас ҡына һөйләнә-һөйләнә ашай башлаған имеш. Бындай әйтемде ни өсөндөр электән ишетмәгән-белмәгән, әммә, һәр һүҙгә яуабы «кеҫәһендә генә» йөрөгән Танһыҡбикә килен: «Ярпылдап ултырған Ярулла ҡартҡа ла килешә ул» тип ысҡындырған…
Килен менән ҡайны араһында яңылыш килеп сыҡҡан шундайыраҡ ҡайһы бер көлкөлө хәлдәр беҙҙең дәүерҙә лә булғылап тора.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.