-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
5 Ғинуар , 12:48

ГРУША

Ҙур булмаған ҡаланың зыяратында ҡойманан алыҫ түгел ҡарт груша ағасы үҫеп ултыра. Ике егет груша йыйған да, уны тигеҙ итеп бүлергә ағас күлә­гәһенә ултырған. Бүлгәндә ике груша биҙрәнән төшөп киткән дә ҡойма яғына тәгәрәгән. Эргәләрендә ҙур һәйкәл торғанлыҡтан, егеттәр ҡойма яғынан күренмәгән.Ултыралар, емеште бүлешәләр.– Быныһы миңә, ә тегеһе һиңә.– Быныһын миңә бир, тегеһен үҙеңә ал.Егеттәр ҡыҙып-ҡыҙып груша бүлеш­кәндә зыярат янынан велосипедта бер малай уҙа, һөйләшеүҙе ишетә:– Быныһы миңә, ә тегеһе һиңә.– Быныһын миңә бир, тегеһен үҙеңә ал.

ГРУША
ГРУША

Шөр ебәргән малай тиҙлекте арттыра, тиҙҙән юлда бер бабайҙы осрата. Уға әле генә ишеткәндәрен һөйләп бирә, Алла менән Шайтан зыяратта йәндәрҙе бүлешә шикелле, ти. Бабай көлә, юҡты һөйләмә, ти. Әммә малай үҙ һүҙендә ҡала, бабай зыяратты тикшерергә ризалаша. Ҡойма янына киләләр, эстән тауыштар яҡшы ишетелә, һөйләүселәр үҙҙәре күренмәй.
– Быныһы миңә, ә тегеһе һиңә.
– Юҡ, быныһын һин ал, ул селәүсенле.
– Ә быныһы боҙола башлаған...
Бабай ныҡ итеп ҡоймаға тотона. Шунда малай менән бабай ишетә:
– Быларын бүлешеп бөттөк, ҡойма янындағы теге икеһен генә бүләһе ҡалды...
Бабай ҡалаға велосипедлы малайға ҡарағанда биш минут алдан ҡайтып еткән, тип һөйләйҙәр.

И. ЯМАЛОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас