-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
30 Ғинуар , 13:10

ТӘРБИӘСЕЛӘР

Марат ӘМИНЕВ искеһен тамаҡ ялғап алғас, ғәҙәт буйынса, ғаилә ағзаларының һәр береһе үҙ телефонына текәлде. Раян кинәнеп ҡыҫҡа видеолар ҡарай башланы, Рәфилә социаль селтәрҙәрҙәге яңылыҡтарҙы, әхирәттәренең һәм таныштарының хәбәрҙәрен барланы, ун йәшлек малайҙары Роберт уйынға сумды. Ярты сәғәт үткәс, Рәфилә башлап телгә килде:– Кеше эт бәхетле була, беҙҙең генә ғүмер заяға үтеп бара, – тип уфтанды ул, иламһырап. – Ләбибә Куршевелдә ресторандарҙан сыҡмай, Мәскүҙә Гавай утрауҙарынан ҡайта белмәй.

ТӘРБИӘСЕЛӘР
ТӘРБИӘСЕЛӘР

Ире өндәшмәне, киреһенсә, телефонындағы видеоға текәлгән килеш, йылмайып ҡуйҙы.
– Ултырма ауыҙ йырып, минән көләһеңме әллә? – Рәфилә тауыш күтәрҙе.
– Бәй, һин дә ҡуй кеше көнләшерлек видео йә фото, юҡҡа аптырайһың. – Ире телефонын һалып ҡуйҙы, өйҙә бына-бына хәтәр дауыл башланасағын ул аңлағайны инде, ҡатынының холҡон ятлап бөткән.
– Нимәмде ҡуяйым, ҡалған ашты һемергәндеме, әллә туҙып бөткән бәлтәмде кейеп, мал тиҙәге тулған урамда фотоға төшәйемме? Әҙәм көлкөһөнә ҡал, һиңә шул кәрәк, тиһеңме?..
– Тороп тор, кәләш! Бер ҙә улай тимәйем! – Раяндың башына шәп идея килде, буғай, уның ҡарашы яҡтырып китте. – Һинең ауылың Көршәле Куршевелдән кәм түгел, минең Абай Гавайҙан мең артыҡ. Шунда төшкән фотоларҙы ҡуй, мал һарайын пляжға, сәй эскән соланды ресторан, ҡалған ашты лобстер, океан балыҡтары менән алыштыр. Яһалма интеллект нәмә өсөн? Башың етмәһә, малайың ярҙам итер, ана, телефонынан йоҡлағанда ла айырылмай...
Бер нисә көн үтте. Киске табындан торғас, ғаилә ағзалары, өйрәнелгән ғәҙәт буйынса, телефондарына текәлде. Ун биш минуттан тынлыҡты Рәфиләнең ярһыған тауышы боҙҙо:
– Бынау Ләбибә минең фотоларға лайк та ҡуймай, көнләшә инде, бахыр. Мәскүҙәһе лә һорау биреп ята, ҡайһы пляжда йөрөйһөң, йәнәһе. Бәй, улым, яртыһы пляж, яртыһы әсәйемдәрҙең бәрәңге баҡсаһы бит һуңғы фотола, күршеләрҙең йорто ла күҙгә салына. Харап иттең, тиҙ генә матурлап ҡуй!
– Улым, һин йыш ҡына дәресеңде ҡалдыраһың икән! – тип һүҙгә ҡушылды Раян. – Класс етәксеһен күргәйнем, шул зарланып торҙо, ҡулыңдан телефон төшмәй, ти. Әллә ҡайҙан алдашырға ла өйрәнгәнһең, нәҫелдә булмаған хәл бит былар!
– Бәйләнмә балаға, үҙеңде бел! – тип ярһыны Рәфилә. – Ул класс етәксеһе лә һинең кеүек бер байғош инде, пар килгәнһегеҙ... Үәт әй, шәп фото булды, исмаһам! Ләбибә менән Мәскүҙә көнләшеүҙән ярты ҡартая инде хәҙер. Беҙ кемдән кәм? Әлдә улым бар әле! Нишләп алдашһын ул, кемдән өйрәнһен, эйеме, бәпесем!

Артур Василов һүрәте.

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас