0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
3 Март , 13:25

"Шәңкәне маҡтай-маҡтай ашаны..."

Гүзәл Уразова Филипп Киркоров менән осрашып, һөйләшеп ултырған. Тегенеһе Гүзәлгә эс серҙәрен асҡан. Был хаҡта йырсы социаль селтәрҙә яҙа: “27 февраль “Live арена”ла концерт ҡуйҙым, – ти. Мин әйтәм, беҙ кисә “Экспо”ла булдыҡ. Шундай приятный кеше икән үҙе. Бигерәк тә әсәй бешергән шәңкәне маҡтай-маҡтай ашаны. Бала сағын иҫләп, илап та алды. Бик ауырлыҡ күреп үҫкән: “Сөгөлдөрҙө гектарлап утаныҡ”, – ти.

"Шәңкәне маҡтай-маҡтай ашаны..."
"Шәңкәне маҡтай-маҡтай ашаны..."

Бер заман терһәгемә төртә лә, төртә. “Нишләйһең?!” – тим. Уянып китһәм, Илдар: “Тор! Ниңә сәпелдәп ятаһың ул?!” – ти.

Филипп менән сәй эсә инек, хатта ауыҙҙан һеләгәйҙәрем ағып киткән. Уф, Был “Экспо” менән, һаташып бөттөм, буғай...”

Гүзәлдең шаяртыуын күбеһе аңлап та бөтмәгән, “Илдарың бар бит”, – тип шелтә биреүселәр ҙә табылған. Сит ир төшкә керһә лә ярамаймы икән ни...

Фото: социаль селтәрҙән

Автор:
Читайте нас