Ир кеше: "Бисмилаһир-рахманир-рәхим. Ҡунаҡтар килеп, мунса төшөргө һуңлап киттек, ғәфү ит инде, төндә һыу алғанға..."-тип йылғанан үҙенсә рөхсәт һорап бер биҙрә һыу алыуы булған, эргәһендә генә: "Кем килде тиһең?" -тигән тауыш ишетелгән. Ҡото осҡан ир һыңар биҙрә һыуын түгә-сәсә мунсаға ҡарай сапҡан. Икенсе көндө урамда осраған күршеһенә ошо хәл тураһында һөйләй башлаған икән, "Унда беҙ Фәлән ҡорҙаш менән бер аҡбашты бушатып ултыра инек бит..."- һыны ҡатып көлгән, ти, тегеһе.
Гөлдәр.