-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
4 Март , 16:10

ЛИЛИПУТТАР

(булған хәл) Күмертау ҡалаһы менән Көйөргәҙе районы өсөн берләштерелгән «Юшатыр» гәзитен асыу өсөн ер аяғы, ер башындағы Ишембайҙан Сибәғәт Рахманғоловты баш мөхәррир итеп килтереп ҡуялар. Ул бер көндө гәзиттең буласаҡ яуаплы сәркәтибе, оҙон тороҡло Руция Дауытованы, буласаҡ урынбаҫары, үҙе һымаҡ мылтыҡ буйындай ғына Тәлғәт Шаһмановты машинаһына ултыртып:– Әйҙәгеҙ, районыбыҙҙың иң сикке ауылдарына барып, донъя күреп, кешеләре менән танышып ҡайтайыҡ, тип быларҙы алып сығып китә. 

ЛИЛИПУТТАР
ЛИЛИПУТТАР

Юл ыңғайы Мораптал урта мәктәбенә һуғылалар. Уҡыу йорто ишеген асып инеү менән уларҙы завуч әйҙүкләп ҡаршылай:
– Үтегез әйдә, үтегез! Рәхим итегез. Безгә концерт белән лилипутлар киләбез тигәйнеләр. Сез буласыздыр инде. – Руция яғына ымлап. – Бусы директорыгыздыр инде.
Буласаҡ гәзиттең геройҙары менән танышыу бына шулай башлана.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

Автор:
Читайте нас