Әсә кеше бының менән килешә алмай, теш ҡуйҙыртырға булалар ҡыҙына. Табиптар күстәнәскә сәтләүек алып килеүен үтенә. Әйткәндәй, был ағас бөтә урында ла үҫмәй, ә юлыҡтарҙың бәләкәйҙән сәтләүеккә йөрөп ҡышҡылыҡҡа киптерерә торғайнылар. Мағаш тауы битләүендәге урмандан сәтләүек йыйып алып барырға була. Шулай итеп, ҡыҙының ҡуйылған тештәре эрерәк тә, уңайһыҙ ҙа булып сыға. Ауыҙҙы ябып та, йүнле-башлы сәйнәп тә булмай. Зөһрә әбей тағын алып килә ҡыҙын табипҡа. “Егерме стакан сәтләүек урынына егерме берҙе алып барған инем шул, шуға теште мулыраҡ эшләгәндәр инде”, - ти ул уйынлы-ысынлы...
Не мой друг
Зөһрә әбей ике ҡыҙы менән баҙарға бара. Үзбәк һатыусыһы һатҡан кибеттә йоҡо күлдәген оҡшата.
– Мына, балам, илле һум ғына аҡсам бар, ошо күлдәкте бир һин миңә, – ти Зөһрә әбей.
– Һуң, апа, күлдәк бит йөҙ тәңкә тора, – ти теге һатыусы үзбәк, башҡорт телдәрен бергә бутап.
– Башҡа аҡсам юҡ шул, – тип Зөһрә әбеә һатыулаша, һаман бирешергә теләмәй.
– Һуң, апа, ана ҡыҙҙарыңдан һора, ти һатыусы, Зөһрә әбейҙең янында баҫып торған ике иҡыҙына ымлап.
– Ә былар не мой друг, – ти әбей тирә-яғына ҡаранып иҫе лә китмәйенсә.
Ҡыҙҙары хәлде аңлап алып, шым ғына икеһе ике яҡҡа тая һала. Ә әсәләре күлдәкте осһоҙ хаҡҡа алып, ҡыуанып ҡайтып китә баҙарҙан. Мосолмандарҙа һатыулашып әйбер алыу сауап һанала. Тауар хаҡын төшөргән һайын, уның бәрәкәте арта, тиҙәр. Зирәк әбей быны яҡшы белә, әлбиттә.
Рәзинә Зәйнетдинова.